Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Апрель 2023, 17:48

Бергәләшеп диктант яҙҙылар

Ҡаныҡай мәктәбендә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы быйыл да күтәренке рухта үтте. 

Бергәләшеп диктант яҙҙылар
Бергәләшеп диктант яҙҙылар

Кемдер диктантты онлайн яҙһа, кемдер тәғәйенләнгән майҙансыҡтарға ашыҡты. Шулай уҡ һәр мәктәп был акцияны күтәреп алды. Билдәләнгән сәғәткә  Ҡаныҡай мәктәбендә лә был мөһим сараға барыһы ла әҙер ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова һәм Фәнүзә Әмирйән ҡыҙы Ғиләжетдинова акцияның шарттары тураһында  ентекле һөйләп, диктант яҙыу тәртибе менән таныштырып үтте.  Башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар  өсөн “Уҡытыусы булыу тәбиғәттән бирелә” тигән диктант тексы әҙерләнгәйне. Ә инде башҡорт телендә иркен аралашҡандар халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ижадынан алынған  “Атайсалым — иң ҙур хазинам”  тигән текст  буйынса диктант яҙҙы.  

Шуныһы һөйөндөрә: үҙ теленә битараф булмаған, уға тәрән ихтирам-хөрмәт менән ҡараған балалар менән бер рәттән өлкәндәр ҙә ҡулдарына ҡәләм алып, мәктәп партаһы артына диктант яҙырға ултырҙы. Бөгөн етмәһә милли кейем көнө лә ине. Килешле күлдәктәрен кейем, күҙ яуын алырҙай милли биҙәүестәр таҡҡан Хөсәйенова Вәхизә һәм Мәрйәм Хәкимова йыл да был күркәм сарала ҡатнаша. Сөмбөл Алламорат ҡыҙы әйтеүенсә, диктант яҙыу буйынса иң яҡшы эш Ильвира Буранғолованыҡы булған.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне. 

 

Бергәләшеп диктант яҙҙылар
Бергәләшеп диктант яҙҙылар
Бергәләшеп диктант яҙҙылар
Бергәләшеп диктант яҙҙылар
Бергәләшеп диктант яҙҙылар
Автор:
Читайте нас: