Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Май 2023, 20:23

Бишбүләкте биҙәй башҡорт тирмәһе

9 майҙа Мәҙәниәт һарайы алдындағы тирмәлә тәүге оҫталыҡ дәресе уҙғарыла.  

Бишбүләкте биҙәй башҡорт тирмәһе
Бишбүләкте биҙәй башҡорт тирмәһе

"Биш бүләк" этник оҫтаханаһында оҫталар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтәсәк. Бында шулай уҡ ҡул эше менән шөғөлләнеүселәрҙең әйберҙәрен һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ.  
Май айында ғына ла бер нисә сара ҡаралған: мәшһүр ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов менән осрашыу, Г.Р.Мостафина етәкселегендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, Ҡунаҡҡол мәктәбе уҡытыусыһы Р.Ш.Абзалов иһә ағастан әйберҙәр яһарға теләгәндәрҙе был эштең нескәлектәре менән таныштырасаҡ һ.б.   

Был тирмә Башҡортостан Республикаһының грант аҡсаһына алынған. Хаҡы 1 млн. һум тирәһе.

Оҫтахала төрлө һөнәр эйәләрен көтөп ҡалалар. 

По материалам https://vk.com/arturzaripov74?w=wall79722190_3247

Бишбүләкте биҙәй башҡорт тирмәһе
Бишбүләкте биҙәй башҡорт тирмәһе
Бишбүләкте биҙәй башҡорт тирмәһе
Автор:
Читайте нас: