

Йәш модельер Ҡояш Хисаметдинова «Этника» милли костюмдар конкурсында еңеү яулаған. «Героик эпос» халыҡ сәсәндәре конкурсында иһә Луиза Думайская «Урал батыр»ҙы һөйләп өсөнсө урынға лайыҡ булған.
«Этника» номинацияһында костюмдар тәҡдим итеүсе һылыуҙарҙың береһе - Ләйлә Шәкүрова. Ул «Bashbeauty» студияһында шөғөлләнә.
- Конкурс милли кейемгә, уның этник үҙенсәлектәренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгәйне. Башҡорт халҡының бай мәҙәни мираҫы шунда күренә лә инде - сағыу кейемдәребеҙ шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Был коллекция - Ҡояш Хисаметдинованың диплом проекты. Кейемдәр үҙенсәлекле, сағыу! - ти ул. - Һамар өлкәһенең Мастрюков күлдәрендә уҙған был форум бик йөкмәткеле, талантлы йәштәрҙең оҫталығын асыу өсөн бик шәп сара. "iВолга"ға йомғаҡ 28 июлдә яһаласаҡ, Башҡортостан йәштәре үҙҙәрен һәр йүнәлештә лә лайыҡлы күрһәтәсәгенә шигем юҡ!
https://vatandash.ru