Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
5 Сентябрь 2023, 06:34

Яҙыусы, күренекле яҡташыбыҙ, дәүләт эшмәкәре Таһир Исмәғил улы Ахунйәновтың тыуыуына - 100 йыл.

Уҫаҡ-Кисеү ауылы моделле китапханаһы “Уның байлығы — йылдары һәм китаптары” тип аталған республика викторинаһы иғлан итә.

Яҙыусы, күренекле яҡташыбыҙ, дәүләт эшмәкәре Таһир Исмәғил улы Ахунйәновтың тыуыуына - 100 йыл.Яҙыусы, күренекле яҡташыбыҙ, дәүләт эшмәкәре Таһир Исмәғил улы Ахунйәновтың тыуыуына - 100 йыл.
Яҙыусы, күренекле яҡташыбыҙ, дәүләт эшмәкәре Таһир Исмәғил улы Ахунйәновтың тыуыуына - 100 йыл.

Был эштең маҡсаты — яҙыусының исемен мәңгеләштереү, фәнни-тикшеренеү һәм тыуған яҡты өйрәнеү эшсәнлеген активлаштырыу, Таһир Ахунйәновтың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу, патриотик тәрбиәне көсәйтеү.

Бәйге 6-20 сентябрҙә үтә. Унда ҡатнашырға теләүселәрҙең йәш сиктәре юҡ. 20 сентябрь — яуаптарҙы ҡабул итеүҙең һуңғы көнө. 25 сентябрҙә һөҙөмтәләр яһалып, еңеүселәр бүләкләнәсәк.

Яуаптарҙы яҙма һәм электрон төрҙә ебәрергә мөмкин. Заявкала исем-фамилия, йәш, уҡыу йәиһә эш урыны күрһәтелергә тейеш.


Викторинала ҡатнашырға теләүселәр хаттарҙы түбәндәге адресҡа ебәрә ала:
452044, Башкортстан Республикаһы, Бишбүләк районы, Уҫак-Кисеү ауылы, Совет урамы, 35-се йорт.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-962-53-28-920.
Электрон почта: mukcbs12-21@mail.ru

Викторина һорауҙары:

1. Таһир Ахунйәнов ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
2. Уның ата-әсәһе кем булған?
3. Ул нинди мәктәптәрҙә белем алған?
4. Бәләбәй педагогия училищеһында ул ҡасан уҡыған?
5. Диплом алғандан һуң ул ниндәй ҡурҡыныс яңылыҡ ишеткән?
6. Ниндәй йылда ул фронтҡа алынған һәм үҙе менән нимә алып киткән?
7. Ҡыҙыл Армия сафтарынан ниндәй дәрәжәлә демобилизацияланған? Еңеү көнөн ҡайҙа ҡаршы алған? Ни өсөн ул Еңеү көнөн йылына ике тапҡыр билдәләгән һәм ниндәй көндәрҙә?
8. Таһир Ахунйәнов үҙенең хеҙмәт эшсәнлеген ҡайҙан башлаған?
9. Ул өлкә партия мәктәбендә, КПСС Үҙәк Комитеты ҡаршыһындағы Ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһында ниндәй елдарҙа уҡыған?
10. Нисә йыл КПССтың Башҡортостан өлкә комитетының идеология буйынса секретары булып эшләгән? Был йылдарҙа уның бурыстары нимәнән ғибәрәт булған?
11. “Ҡыҙыл таң” республика гәзите уның тормошонда ниндәй роль уйнаған?
12. Уның һуғышсан бүләктәрен һәм тыныс ваҡыттағы хеҙмәттәрен һанап сығығыҙ. Ул ниндәй премиялар лауреаты?
13. Автор үҙ әҫәрҙәренә ниндәй псевдоним менән ҡул ҡуйған?
14. Таһир Ахунйәновтың бала саҡтан яратҡан шөғөлө һәм уның тормошонда М. И. Коваль ниндәй урын алып тора?
15. Ниндәй музыка ҡоралы, ысын һалдат кеүек, уның урынына фронтта “үлде”?
16. Ул ниндәй республика бәйрәм-фестивалдәрен ойоштороусы булған?
17. Таһир Таһиров тураһында Сыуашстандың халыҡ шағире Яков Ухсай нимәләр һөйләгән?
18. Таһир Таһировты һуғышта нисек атағандар һәм уның беренсе хәрби бүләге ниндәй булған?
19. Т. Таһиров яҙмышында яҙыусы Ғүмәр Бәширов ниндәй роль уйнаған?
20. Таһир Ахунйәновтың бала саҡ хыялы ысынға ашҡанмы? Был ниндәй хыял?
21. Таһир Таһировтың романын, повестарын, новеллаларын, пьесаларын һанап сығығыҙ. Уның әҫәрҙәре ниндәй телдәргә тәржемә ителгән?
22. Таһир Таһиров ижадында “Ғәлиә” повесты ниндәй урын алып тора?
23. Таһир Ахунйәнов ҡасан вафат була һәм ҡайҙа ерләнә?

kiziltan.ru

Яҙыусы, күренекле яҡташыбыҙ, дәүләт эшмәкәре Таһир Исмәғил улы Ахунйәновтың тыуыуына - 100 йыл.
Яҙыусы, күренекле яҡташыбыҙ, дәүләт эшмәкәре Таһир Исмәғил улы Ахунйәновтың тыуыуына - 100 йыл.
Автор:
Читайте нас