Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Ноябрь 2023, 13:41

Олег Ханов тураһында китап донъя күрҙе

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Ол­ег Ханов. Үҙем һайлаған яҙмыш» китабының исем туйы уҙҙы.

Олег Ханов тураһында китап донъя күрҙе
Олег Ханов тураһында китап донъя күрҙе

Китап актер, режиссер һәм педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты Олег Хановтың тормошона һәм ижадына бағышланған.

Авторы — сәнғәт ғилеме кандидаты, доцент, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире Айһылыу Сәғитова.

Китапта Олег Закир улының бала сағы, уҡыған йылдары, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында, А.Райкин исемендәге «Сатирикон» Рәсәй дәүләт театрында, М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт драма театрында эшләгән осоро, шулай уҡ хәҙерге тормошо һәм ижады хаҡында һүҙ бара. Бында Олег Хановтың көндәлектәренән өҙөктәр ҙә бар.

— Олег Закир улы — шәп актер ғына түгел, һәләтле режиссёр, аҡыллы остаз да. Шуға ла беҙ китапта уның режиссерлыҡ постановкаларын, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт театрында, Салауат башҡорт драма театрындағы эштәрен күрһәтергә тырыштыҡ. Олег Ханов Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Башҡорт академия театрының художество етәксеһе булһынмы, һәр ҡайҙа ла үҙенең кешелек сифаттарына тоғро ҡала. Китапта уның кешелек сифаттарын асырға тырыштым, — ти Айһылыу Сәғитова. — Исем туйының Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 55 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә үтеүе символик мәғәнәгә эйә, сөнки Олег Закир улы — театр факультетының тәүге сығарылыш студенттарының береһе.

https://www.bashinform.ru

Олег Ханов тураһында китап донъя күрҙе
Олег Ханов тураһында китап донъя күрҙе
Автор:
Читайте нас: