Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Ноябрь 2023, 22:31

Мәктәптә матур шиғриәт байрамы үттҽ

 Ул башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың 130-йыллығына бағышланды. 

Мәктәптә матур шиғриәт байрамы үттҽ
Мәктәптә матур шиғриәт байрамы үттҽ

Күркәм йолаға әүерелгән шиғриәт кисәһен мәктәп директоры Урал Риза улы асып, Өфөнән килгән ҡунаҡтар менән таныштырып үтте һәм уҡыусыларға уңышлы сығыш яһауҙарын теләне. Район Советы секретаре Вадим Вәлиулла улы Булатов, үҙ сиратында, бындай сараларҙа йыш ҡатнашыусы – билдәле тарихсы Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин, шағирә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаға, “Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәҡәт ойошмаһы Советы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәновҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, күп кенә телепроекттар авторы Салауат улы Ишмөхәмәт улы уҡыусыларҙы Һарайлы-мең ырыуы башҡорттарының төйәк иткән ерҙәре, ырыуҙар картаһы менән  яҡындан таныштырып үтте. “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы иһә һәр башҡорт балаһы үҙенең телен, шәжәрәһен белергә, динен хөрмәт итергә тейеш тип, белдерҙе. Артабан ул малай һәм ҡыҙҙарҙы сәхнә янына саҡырып, уҡыусыларға ошо темаға ҡарата һорауҙар бирҙе. Тапҡыр яуап биреүселәр  “Аҡбуҙат” журналы менән бүләкләнде.  

Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ҡатмарлы тормош юлы үткән Дауыт Юлтый өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә әҫәрҙәр ижад иткән, шиғырҙар яҙған. Бишбүләк 1-се урта мәктәбе уҡыусылары Ринат Булатов менән Әбдрәхимова Юлиә яҙыусының тормошо һәм ижады менән таныштырҙы. Ә беҙҙең, йәғни жюри ағзаларының бурысы - балаларҙың нисек итеп шиғыр һөйләүҙәрен иғтибар менән тыңлап ултырыу, һәр ҡайһыһына баһалама биреүҙән тора ине. Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Гөлназ Дамир ҡыҙы Фәйрушина, мин – “Дим буйҙары” гәзитенең яуаплы хеҙмәткәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмәһе етәксеһе Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова, башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилара Минулла ҡыҙы Батраева һәр сығышты ентекле күҙәтеп барҙыҡ. 

Бәйгелә 70-ләгән конкурсант ҡатнашты. Төрлө мәктәптәрҙән килгән уҡыусыларҙың 45-е башҡорт телендә шиғыр һөйләһә, ҡалғандары рус телендә сығыш яһаны.     

Башҡорт классигы Дауыт Юлтыйҙың төрлө темаға арналған шиғырҙарын тыңлап ултыра торғас, ике  сәғәт ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә. Инсценировка ла күрһәтелде, майҙан тотоусыларҙың сығыштары йыр-моң менән үрелеп барҙы. Сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тотоп, үҙҙәре һайлаған шиғырҙы бар күңелдәрен биреп һөйләүселәр күп булды. Мәҫәлән, Ҡаныҡай мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Лияна Халиҡова “Бәләкәй Ҡотош” әҫәренән тасуири итеп өҙөк һөйләп күрһәтте, уның ҡустыһы Линар иһә “Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә” шиғырын һөйләп һоҡландырҙы. Сығыш яһаусылар тарафынан бер нисә тапҡыр Д. Юлтыйҙың “Шинель”, “Сумка” шиғырҙары яңғыраны. Дим урта мәктәбе ҡыҙҙары Ғәбиҙуллина Фиҙалиә һәм Абайҙуллина Лиана был шиғыр һөйләү өсөн сәхнәгә хәрби кейемдә һәм сумка менән сыҡтылар. Бындай ижади бәйгеләрҙә һәр саҡ уңышлы сығыш яһаған Сәфәрғәлиева Радмила менән Хәмитова Илүзә һ.б. был юлы ла һынатманы. Ҡыҫҡаһы, илһамлы сығыштар ҙа, шиғыр ятлауға һүлпәнерәк ҡарағандар ҙа булды. Ни тиһәң дә, бәйге бәйге булып ҡала инде. Һөйләү сәнғәте менән айырылып торған, костюм йәһәтенән дә һынатмаған уҡыусыларҙың сығышы түбәндәгесә билдәләнде:

Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының  I дәрәжә дипломы Абайдуллина Лиана (Дим урта мәктәбе уҡыусыһы, етәксеһе Р.С.Тихонова), Халикова Лиана (Ҡаныҡай мәктәбе, етәксеһе Г.М.Айытова), Сәфәрғәлиева Радмилаға (Айыт урта мәктәбе, етәксеһе Э.М.Мөхтәсимова) тапшырылды.

II дәрәжә диплом менән Ғабиҙуллина Фиҙәлиә (Дим урта мәктәбе, етәксеһе Р.С. Тихонова), Михайлова Азалия (Айыт урта мәктәбе, етәксеһе Э.М.Мөхтәсимова), Ниғәмәтйәнова Ләйсән (Бишбүләк 1-се мәктәбе, етәксеһе С.С.Ғатауллина), Халиков Линар (Ҡаныҡай мәктәбе, етәксеһе Г.М.Айытова) Төхвәтуллина Илина (Йылболаҡтамаҡ мәктәбе, етәксеһе И.Р.Кинйәбаева), Сәйетғәлиев Данияр (Айыт урта мәтәбе, етәксеһе Э.М.Мөхтәсимова) бүләкләнде.

III дәрәжә дипломға Әбдрәхимова Юлиә (Бишбүләк 1-се урта мәктәбе, етәксеһе ), Әхмәтшина Сафия (Ҡаныҡай мәктәбе, етәксеһе Д.М.Батраева), Батраев Байназар (Ҡаныҡай мәктәбе, етәксеһе Г.М.Айытова), Ғәйзуллина Зилә (Йылболаҡтамаҡ мәктәбе, етәксеһе И.Р.Кинйәбаева), Нурғәлиева Диана (Айыт урта мәктәбе, етәксеһе Э.М.Мөхтәсимова), Хоҙайбирҙиев Асҡар (Бишбүләк 1-cе урта мәктәбе, етәксеһе Г.Х.Иванова), Хәмитова Илүзә (Йылболаҡтамаҡ урта мәктәбе, етәксеһе И.Р.Кинйәбаева) лайыҡ булды.  

Уҡыусыларҙың тырышлығын баһалап, уларға киләсәктә лә үҙем булыуҙарын теләп, Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов, шаиғирә Лариса Хашим ҡыҙы, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин дипломдар тапшырҙы.

Сара һәр кемдең күңеленә хуш килде. Бындай шиғриәт кисәһе уҡыусыларға сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тоторға, һәләттәрен асырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү ҙә уятҡандыр, тигән ышаныстабыҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Мәктәптә матур шиғриәт байрамы үттҽ
Мәктәптә матур шиғриәт байрамы үттҽ
Мәктәптә матур шиғриәт байрамы үттҽ
Мәктәптә матур шиғриәт байрамы үттҽ
Мәктәптә матур шиғриәт байрамы үттҽ
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: