Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Ноябрь 2023, 18:07

Эшләйҙәр ҙә, күңел дә асалар

Аҙнай ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары маскировка селтәрҙәре үрә

Эшләйҙәр ҙә, күңел дә асалар
Эшләйҙәр ҙә, күңел дә асалар

Бөгөнгө көндә төрлө мәҙәни үҙәктәрҙә күңел асыу саралары ғына уҙғарылмай, ә районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары махсус мобилизацияла йөрөгән ир-егеттәр өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, посылкалар әҙерләй һ.б.

Аҙнай ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ошо көндәрҙә махсус хәрби операциялағылар өсөн сираттағы маскировка селтәрен үреп бөтөп килә. Баштағы мәлдәрҙә 3*6  күләмдәге селтәр үрһәләр, был юлы 5*10 ҙурлыҡтағыһын тамамлап киләләр. 

Бындай изге эштә ҡатнашыу ауылдаштар өсөн үҙенә күрә арашалашыу сараһы ла булып тора. Эш араһында күмәкләп сәй эсеүҙәр, йырҙар йырлау үҙенә күрә күңелгә ял бирә. Эш бөткәс уйнарға ярай, тигәндәй, бөгөн Аҙнай ауылының әйҙәүсе китапханасыһы Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы Камаева Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам ойошторҙо. Ул, яҡынлашып килгән байрам уңайынан ҡотлап, һәр кемгә изге теләктәрен еткерҙе. Әсәйҙәр, хәҙер инде күбеһе өләсәй булған гүзәл заттар сәй табыны артында йырлашып, уйындарҙа ҡатнашып һәм бүләктәр алып, күңелдәре булып таралышты.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.   

Эшләйҙәр ҙә, күңел дә асалар
Эшләйҙәр ҙә, күңел дә асалар
Эшләйҙәр ҙә, күңел дә асалар
Эшләйҙәр ҙә, күңел дә асалар
Эшләйҙәр ҙә, күңел дә асалар
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: