Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Ғинуар , 17:48

Силәбе яҙыусылары - лауреаттар!

Силәбе өлкәһендә йәшәгән ике башҡорт яҙыусыһы - Рәшит Хәкимов менән Урал Ҡолошов «Ватандаш» журналы һәм «Башҡортостан» гәзите лауреаттары булды. Бүләкләү тантанаһы Башҡортостандың Матбуғат йортонда үтте.

Силәбе яҙыусылары - лауреаттар!
Силәбе яҙыусылары - лауреаттар!

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат йортонда үткән тантанала «Ватандаш» журналы һәм «Башҡортостан» гәзите лауреаттары булған Силәбе өлкәһенән ике башҡорт яҙыусыһы бүләкләнде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне.

- Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙарының ижады тыуған төйәгенән тыш, сит илдәрҙә лә юғары баһалана. Мәҫәлән, Минскиҙа Яҙыусылар паркында хәҙер күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина иҫтәлегенә ҡайын үҫә. Төбәктән ситтә йәшәгән башҡорт авторҙарының ижадына һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ, сөнки маҡсаттарыбыҙҙың береһе халыҡтың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға ғына түгел, уны яңы балҡыштар менән байытыуға ла ҡайтып ҡала, - тип аңлатма бирҙе Маргарита Болычева.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов лауреаттарҙы маҡтаулы исем алыуҙары менән ҡотланы, ижади уңыштар теләне һәм башҡорт әҙәбиәтенә булышлыҡ итеү буйынса төбәктең быйылғы йылдағы пландары менән уртаҡлашты.

- Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән әҙәбиәтселәргә ярҙам күрһәтә. Бөгөн республика баҫмалары Силәбе өлкәһе авторҙарының ижадын баҫтырыу өсөн асыҡ. Баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре «Аҡбуҙат», «Аманат», «Ватандаш» журналдарында, «Башҡортостан» гәзитендә махсус һандар һәм ҡушымталар сығарҙы. Республика «Китап» нәшриәтенең 2024 йылғы баҫмалар планына Силәбе авторҙарының бер нисә китабы индерелгән. Оҙаҡламай уларҙың нәшерләнеүен күрербеҙ. Бынан тыш, төбәк һәм район китапханаларын башҡорт телендәге ваҡытлы матбуғат продукцияһы менән тәьмин итеү планлаштырылған, - тип билдәләне Әлфир Байымов.

Яҙыусы Рәшит Хәкимов лауреаттарҙың береһе булды. Ул «Ватандаш» журналының биш һанында баҫылып сыҡҡан һәм башҡорт мәғрифәтсеһе, дин әһеле, сәйәси, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы Ҡорбанғәлиевтең тормошона арналған «Япон-мулла йәки имамдың ауыр юлы» тарихи романын яҙған. Әҫәр 2023 йылғы башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу асышы ғына түгел, шулай уҡ башҡорт яҙыусыһының Силәбе өлкәһендә яҙған тәүге тарихи романы ла булды.

Шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Сосновка районынан яҙыусы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Урал Ҡолошов Силәбе өлкәһендә башҡорт тарихын, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн төбәктең төп ижтимағи-сәйәси гәзите «Башҡортостан»дың йыл лауреаты исеменә лайыҡ булды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22712/

Силәбе яҙыусылары - лауреаттар!
Силәбе яҙыусылары - лауреаттар!
Автор:
Читайте нас: