Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Февраль , 09:38

Киләһе "Тамға" оҫталарҙы көтә

1 марттан башҡорт милли кейеме оҫталары араһында үткәрелгән “Тамға” конкурсында ҡатнашырға теләүселәр ғариза бирә ала. Шарттары түбәндәгесә:

Киләһе "Тамға" оҫталарҙы көтә
Киләһе "Тамға" оҫталарҙы көтә

Быйыл дүртенсе тапҡыр “Тамға” конкурсы ойошторола.

1 марттан алып башҡорт милли кейеме оҫталары араһында үткәрелгән “Тамға” конкурсында быйыл ҡатнашырға теләүселәр ғариза бирә ала. Проектта милли кейем тегеүселәргә, реконструкторҙарға, костюм буйынса рәссамдарға, дизайнерҙарға, кейем тегеү ательеларына, профилле вуздар студенттарына ҡатнашырға мөмкин.

Конкурс биш этапта бара:

– беренсеһе – ғаризалар ҡабул итеү – 1март–1 май;

– икенсеһе – һайлап алыу туры, 6-7 май;

– өсөнсөһө – конкурс эштәрен яҡлау, 10-12 май;

– дүртенсеһе – финалсыларҙың конкурс эштәре менән студиялағы фотосессияһын ойоштороу, 11-12 май;

– еңеүселәрҙе бүләкләү, кейемдәрҙе күрһәтеү – август айы.

Быйылғы номинацияларҙы атап китәйек.

“Башҡорт милли кейеме – реконструкция” өс йүнәлештә була: “Ирҙәр кейеме”, “Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме”, “Оҫталар ғаиләһе”.

“Башҡорт традицион кейеме аксессуарҙары – реконструкция” – ике йүнәлештә: “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең аяҡ кейеме”, “Традицион кейем аксессуарҙары”.

Шуныһын айырып билдәләргә кәрәк: “Оҫталар ғаиләһе”ндә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеме менән шөғөлләнгән ғаиләләр ҡатнаша.

Ғаризаларҙы [email protected] электрон почтаһына  “Тамға-2024” билдәһен ҡуйып ебәрергә кәрәк. Уның формаһы, конкурс шарттары Республика халыҡ ижады үҙәгенең сайтына ҡуйылған.

Рәүилә Ғатауллина.

Һүрәттәрҙә: "Селтәр" башҡорт милли кейеме студияһы ағзалары белгәндәрен өйрәнергә теләүселәр менән уртаҡлашырға әҙер. Милли кейем оҫтаһы Ғәбиҙә Вәлиева үҙ ҡулдары менән эшләгән милли кейемдә. Милли кейемебеҙҙең борондан килгән үҙенсәлектәрен һаҡлау зарур (Милли музейҙағы өлгөләр). 

Гәзитебеҙҙең фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

bashgazet.ru

Киләһе "Тамға" оҫталарҙы көтә
Киләһе "Тамға" оҫталарҙы көтә
Автор:
Читайте нас: