Олег Закир улы Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Бвшҡортостандың халыҡ артисы Закирйән Ханов) тыуған. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
- 1973—1989 йылдар — М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.
- 1989—1993 йылдар — Республика йәш тамашасы театрының (хәҙер М.Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) художество етәксеһе. Был йылдарҙа Мәскәүҙәге Аркадий Райкин исемендәге «Сатирикон» дәүләт тетрында ла уйнай.
- 1983—1999 йылдарҙа Бөтөн Рәсәй театр йәмғиәтенең (русса ВТО — Всероссийское театральное общество) Башҡортостан бүлексәһе (бөгөн Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре союзы) рәйесе була.
- 2000—2009 йылдар — М.Горький исемендәге Ырымбур драма театры актёры, бер үк ваҡытта Ырымбур сәнғәт институты уҡытыусыһы.
- 2009—2012 йылдар — Салауат башҡорт дәүләт театрының баш режиссёры.
- 2012—2019 йылдар — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе. 11 апрелдә Олег Ханов был вазифаһын үҙ теләге менән бушатты. Ул республика Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген театрҙа актёр сифатында дауам итәсәк.
Олег Ханов — актёр оҫталығы кафедраһы профессоры, 2005 йылдан Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының (русса Петровская академия наук и искусств) ағза — корреспонденты.
Башҡорт Википедияһынан.