Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Апрель , 19:36

Уларҙы йыр берләштерә

Айыттағы күп функция­лы мәҙәни үзәктә эшләп килеүсе «Рәйхан» вокал ансамбленең сығыштарын тамашасы һәр ваҡыт яратып тыңлай    

Уларҙы йыр берләштерә
Уларҙы йыр берләштерә

Бөгөнгө көндә шәхси хужалығында эш күп булыуға ҡарамаҫтан, ваҡыт ауыл ҡатын-ҡыҙынан да йәмғиәттә әүҙем тормош алып барыуын талап итә. Айыт ауылында ижади ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереү үҙәге булып И.Р.Ғимаев исемендәге ауылдың күп функциялы мәҙәни үҙәге тора. Бында төрлө йүнәлештәге һәм жанрҙағы коллективтар эшләй.

“Рәйхан” вокал коллективы хәҙерге составында инде ете йыл эшләй. Ул 2017 йылда барлыҡҡа килде. Беренсе тапҡыр яңы состав менән Бишбүләк мәҙәниәт йорто сәхнәһендә “Мин яратам һине, тормош!” өлкән йәштәгеләрҙең республика үҙешсән сәнғәт фестиваленең һайлап алыу туры финалында сығыш яһаныҡ.

Әлфиә Әхмәҙуллина, Фәнзилә Ғәтиәтуллина, Гөлиә Нафиҡова, Мөнирә Мөхитдинова, Минзилә Нафиҡова, Гөлнара Ситдиҡова, Гөләмзә Хәкимуллина, Люциә Усманова, Гөлйыһан Шәйгәрҙәнова, Хәлиҙә Шәймәрҙәнова – әлеге ҡатын-ҡыҙҙар ижади эшкә ҡушылырға һәр ваҡыт әҙер, тормоштарын йырһыҙ күҙ алдына ла килтермәйҙәр, ижади сығыштарҙан илһам алалар. Шул уҡ ваҡытта улар үҙ проблемаларын һәм оло йәштә булыуҙарын онотоп, бер-береһенән ыңғай эмоциялар ала белә. Уларҙың характерҙары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыһының үҙ мауығыуҙары бар, шул уҡ ваҡытта уларҙы йыр берләштерә һәм ҙур татыу ғаилә кеүек берләштерә. Репетицияларға килгәс, улар бергәләп, өйрәнәһе йырҙарының серенә төшөнәләр, уларҙа үҙҙәренең изге күңелдәрдәренең ауаздашын табалар. Улар һәр ваҡыт ысын күңелдән тормош, кесе ватан, һуғыш йылдарында азатлыҡты яҡлаусылар, үҙҙәренең матур төбәктәре һәм иҫ киткес ауылдаштары тураһында йырлай.

Һуңғы ваҡытта коллективтың татар халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығында ҙур күтәрелеш күҙәтелә. Улар тамашасылар йылы ҡабул ителде һәм жюри тарафынан күп тапҡырҙар йылы баһаланды.  Репертуар даими рәүештә яңыртыла. Мәҫәлән, коллектив башҡарыуында “Тыуған ерем”,  “Таң йыры” йырҙары Айыт ауылының вихит карточкаһына әүерелде, ә коллектив үҙе тыуған ауылында уҙғарылған барлыҡ сараларҙың көтөп алынған ҡунағы. Ансамблдең сығышын халыҡ бик ярата. Уларҙың йыр-моңдары ихлас ҡабул ителә. Улар “Мин яратам һине, тормош!” республика сәнғәт үҙешмәкәр фестивале, “Рух.Дәрт.Моң” үҙешсән халыҡ ижады коллективтары араһында төбәк-ара татар мәҙәниәте кеүек район, төбәк-ара  фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа даими ҡатнашыусы.

Концерт программаһы төрлө планлы, бай, яңы сәхнә технологияларын ҡулланып яҡты булһын өсөн сәхнәлә сығыш яһау күп ваҡыт һәм көс талап итә. Милли йырҙарҙың тарихын һәм традицияларын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә, ҡайһы бер костюмдар ҡулдан тегелә. Ауылдашыбыҙ Дилә Әхтәм ҡыҙы Шәймәрҙәнованың ҡиммәтле бүләге беҙҙең өсөн көтөлмәгән һәм күңелле сюрприз булды. Ул коллективҡа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн татар халыҡ костюмдары һәм берәр комплект ир-ат татар һәм башҡорт костюмдары бүләк итте. Ауыл халҡы уға хәйриә ярҙамы өсөн сикһеҙ рәхмәтле. Яңы костюмдар менән ҡатнашыусылар сәхнәлә тағын да матурыраҡ күренә, сөнки көндәлек мәшәҡәттәргә ҡарамаҫтан, улар һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙ булып ҡала бит.

Коллектив репертуарын камиллаштырыу өҫтөндә һәр ваҡыт эшләй, үткән йылдарҙың ижади ҡаҙаныштарына һаҡсыл ҡарай. Бигерәк тә татар халыҡ йырҙарын, заманса автор йырҙарын яратабыҙ. Коллектив башҡарған шат күңелле, патриотик, лирик йырҙар төрлө йәштәге тамашасы аудиторияһының хистәрен һәм кәйефтәрен берләштерә. Һәр сығышы һайын коллективтың сығышы сағыу, программаһы бай һәм иҫты ҡалырлыҡ номерҙар булыуы иғтибарға лайыҡ. Вокал төркөм эшләү дәүерендә мәҙәниәт учреждениеһының иң тотороҡло үҙешмәкәр берләшмәләренең береһе булып тора.

Айгөл ҒӘЛИЕВА,

“Рәйхан” вокал төркөм етәксеһе.

Автор фотоһы. 

 

Уларҙы йыр берләштерә
Уларҙы йыр берләштерә
Уларҙы йыр берләштерә
Автор:
Читайте нас: