-16 °С
Болотло
Ул икенсе йыл рәттән ҡаланың үҙәгендә — «Азимут» ҡунаҡханаһы алдындағы скверҙа урынлаштырыла. Байрамда ҡала шыршыһында уттар ҡабыҙыла.
Ҡыш бабайҙы һәр кем килеп күрергә мөмкин, инеү ирекле. Резиденция 2025 йылдың 12 ғинуарына тиклем эшләй.
«Ҡыш бабайҙың мөғжизәләр оҫтаханаһы»нда яңы йыл персонаждары балалар һәм өлкәндәр өсөн мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Шулай уҡ Ҡыш бабайға хат яҙып ҡалдырырға була.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә тәүге яңы йыл шыршыһы ҡуйылды.