Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәш дай оҙон һәм тар ғына баҫма буйлап арғы яҡҡа сығыу мөмкин булмаған хәл булып күренә – етеҙ тулҡындар мине баҫма менән бергә ағыҙып алып китер кеүек. Һыуға ҡарамаҫҡа тырышһам да, барыбер күҙ төшә бит – йылғыр тулҡындар барыбер ҙә иғтибарҙы йәлеп итә, баҫма уртаһына етәрәк, башым әйләнеүҙән, ҡуш ҡуллап әсәйемдең итәгенә сытырлатып йәбешәм:
– Әсәй!...
– Ҡурҡма... Әйҙә, атла инде, Атллауым...
"Атллау" – минең исемем. “Хөрмәтулла” тип тултырып әйтергә телем әйләнмәгәндер инде, "исемең кем?" – тип һораусыларға ғорур ғына: "Атллау!" – тип яуаплайым...
Ҡурҡма тигәндән генә батырайып китеп булмай бит инде, мин һаман ҡурҡыуҙан арына алмайым, әсәйемдең алдына сығып баҫып, ике ҡуллап уның аяҡтарын уратып ҡосаҡлап алам, һис тә уға атларға ирек бирмәйем. Ул йомшаҡ ҡына ҡулдары менән минең башымдан һыйпай, арҡамдан һөйөп ҡуя.
– Улым, ана, ҡара әле!. Ҡара!.. Һыуҙа – балыҡтар!
Мин бер күҙемде генә асып, ҡурҡа-ҡурҡа ғына башымды һыуға табан борам... Ысынлап та – балыҡтар! Ниндәй генәһе юҡ! Бәләкәй генә селбәрәләр ҙә ҙурыраҡ сабаҡтарҙа ҙа бер-береһе менән ярышып, кем уҙарҙан һыуҙа йылбырҙай.
Мин был мөғжизәне күҙәткән арала, әсәйем күнәктәрен ситкә ҡуйып баҫмаға тубыҡлана, эйелеп һыуҙа ҡулын, битен йыуа, башынан аҡ яулығын сисеп, матурлап яңынан бәйләй... Әсәйемдең тыныс, көләс йөҙөн күреп мин әкренләп һушыма килеп уның эргәһенә сүгәләйем. Һыу шундай таҙа, хатта йылға төбөндә ятҡан төрлө төҫтәге йоморо таштар, унда үҫкән йәшел сайҙарҙың һыу ағымына йылан кеүек борғоланыуҙары ла күренә. Әсәйем минең бит-ҡулымды йыуа.
– Әсәй, һыуҙан балыҡ еҫе килә...
Йылға аша имен-аман сығып етеп, һөҙәк тау битләүенән юғарыға табан атлайбыҙ. Мин ике ҡуллап әсәйемдең итәгенә йәбешкәнмен. Ләкин ҡуйы булып үҫкән селек һәм тубылғы ҡыуаҡтары былай ҙа көскә тау үренә менеп барыусыларға ҡамасаулай. Мин әсәйем үҙ ҡулдары менән тегеп биргән ҡыҫҡаҡ ҡына ҡара салбар йораты кейгәнмен. Аяҡ сирағын ҡылған үләне ҡытыҡлай, ә тубыҡтарҙы селек һыҙыра.
Ниһәйәт, беҙ арманһыҙ булып, арып тау түбәһенә менеп етәбеҙ. Башыма батырып кейгән фуражка аҫтынан тир һарҡып сығып битем буйлап аға. Тауҙа ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙыра икән. Мин ҡылған үләне өҫтөнә ял итергә сүгәләйем. Ҡулыма алған матур ташты, уның эҫенеп китеүенә түҙмәй, шунда уҡ атып бәрәм. Эргәмдә генә ҡыштырлау һәм быға тиклем ишетмәгән бик сәйер тауыштан һиҫкәнеп, ҡысҡырып урынымдан һикереп торам, ләкин шул уҡ тауышты уңда ла, һулда ла ишетеп, ҡыбырларға ла ҡурҡып ҡатып ҡалам. Әсәйем тағы ла мине тынысландырырға ашыға:
- Ҡурҡма, улым. Был – сиңерткә. Кешегә зыяны юҡ уның.
Әсәйемдең хуплауын ишеткәндәй, сиңерткәләр бер-береһе менән ярышып серкелдәшергә, алыҫлыҡҡа һикереү буйынса бәйге ойошторорға тотона. Һыйырҙарҙың ҡайһылары бер урынға өймәкләшеп ятҡан килеш, ә ҡайһылары таш һын кеүек баҫып, көйшәп тора. Әсәйем тәүҙә ала һыйырыбыҙҙы таба, имсәктәрен еүеш сепрәк менән һөртә, шунан сүкәйеп ултырып күҙ эйәрмәҫ етеҙлек менән һауырға тотона: зеңгер-зеңгер... Буш биҙрә йылы һөттө ҡабул итеп, үҙ көйөн көйләй башлай... Ә һыйыр ҡыбырларға ла уйламай, себен-серәкәйҙән таланмаҫ өсөн, ара-тирә ҡойроғон ғына болғап, баҫып тора шунда ирәйеп. Күрәһең, оҙон көн буйына йыйылған һөттән бушаныу уға ла еңеллек килтерәлер. Мин тирә-яҡҡа күҙ һалам... Ҡарашымды һыйыр һауып ултырған әсәйемдән алып, тирә-яҡҡа күҙ ташлайым. Бында болоттар ҙа эргәлә генә кеүек. Баш осонда бер ҡошсоҡ арыу-талыу белмәй талпынып-талпынып һайрай ҙа һайрай... Бормаланып аҡҡан йылға буйында, ауылымдың өйҙәре шырпы ҡабығы ҙурлығындай ғына булып теҙелешеп ултырған. Йылға ярҙары буйлап йәм-йәшел таллыҡ һәм ҡамышлыҡ күренә. Ҡайҙа һуң беҙҙең өйөбөҙ? Ана, ауылдың ҡап уртаһында ултыра икән!.. Күперҙең аҫҡы яғында бала-саға шау-гөр килеп һыу инә. Уларҙың тауыштары миңә тоноҡ ҡына булып ишетелә. Был камил гүзәллекте күреп мин ауыҙымды асып һаман ауыл өҫтөн күҙәтәм. Ул арала әсәйем икенсе һыйырҙы ла һауып бөтөп, мине саҡыра башлай. Ә мин һаман урынымдан ҡуҙғала алмайым.
Ҡайтыуға урауыраҡ юлдан, тауҙың икенсе битендәге үҙәк буйлап төштөк. Ике ҡулына һөт тулы биҙрәләр тотҡан әсәйем артынан эйәреп, теге таныш баҫмаға килеп еттек. Хәҙер инде баҫма миңә ул тиклем оҙон булып күренмәне, тулҡындар ҙа был юлы улай ҡурҡыныс булып тойолманы. Ҡыйыу аҙымдар менән арғы ярға табан атланым, сөнки хәҙер инде мин үҙемде бик күпте күргән һәм күптәнге таныш күренгән донъяның яңы серҙәрен асҡан кеше итеп тоя инем...
Ошо иҫтәлек миңә шуныһы менән ҡәҙерле: беренсенән, әсәйемде тәү башлап нәҡ бына ошо хәтирә аша иҫләйем, икенсенән, әсәйем ҡурсалауында ауылымдан ситкә сыҡҡан тәүге сәфәрем булды.
Был ваҡиғаларға хәҙер инде ярты быуаттан артыҡ ғүмер үтһә лә, улар минең менән, әйтерһең дә, кисә генә булған кеүек, күңелемдә бар нескәлектәренә тиклем мәңгелеккә уйылып ҡалған да ғүмер тигән ҡатмарлы ла, һикәлтәле лә юлда мине оҙата киләләр.
https://shonkar.com