«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә Башҡортостандан күргәҙмәлә 40 һөнәрсе ҡатнаша, улар араһында 25 шәхси эшҡыуар һәм 15 кесе һәм урта бизнес вәкиле бар.
- Беҙ үҙебеҙҙең төбәктең талантлы оҫталарына ярҙам итәбеҙ һәм уларға үҙ продукцияларын төбәк һәм федераль дәрәжәләге төрлө күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә тәҡдим итергә ярҙам итәбеҙ. Барлыҡ теләгәндәрҙе "Ладья. Зимняя сказка-2024» күргәҙмәһендә Башҡортостан стендын ҡарарға саҡырабыҙ, унда һеҙ беҙҙең оҫталарҙың уникаль эштәрен күрә аласаҡһығыҙ. Мин ышанам, һәр кем бында үҙенә күңеленә ятҡан әйбкрҙәр таба алыр, – тип белдерә Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Тулырак: https://pravitelstvorb.ru/news/25745