Дим йылғаһы аша һалынған күперҙе ипкә килтерәләр. Ул Дәүләкән – Талбазы юлында урынлашҡан. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләкән районында барған был эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле бара.
Былтыр оҙонлоғо 206 погонлы метр булған яһалма ҡоролмалағы эштәрҙе атҡара башланылар. Быйыл июнгә подряд ойошмаһы балкаларҙы демонтажлау һәм Талбазы йүнәлешендәге юлдың уң яҡ хәрәкәтендәге тимер-бетон плитәләрҙе алмаштырыу эштәрен атҡара.
- Күпер Дәүләкән эргәһендә урынлашҡан һәм ҡаланан Талбазыға сығыу өсөн булдырылған. Уның буйлап тәүлегенә 1800-ҙән ашыу автомобиль, шул иҫәптән йәмәғәт транспорты һәм мәктәп автобустары үтә. Күпер буйлап үтеүҙе уңайлы итеү өсөн тимер-бетон балкаларҙы алмаштырыу, бетон менән тигеҙләү, конустарҙы нығытыу эштәре атҡарыла, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Ремонт эштәре ваҡытында хәрәкәт светофор ярҙамында көйләнә. Күперҙәге барлыҡ эштәрҙе киләһе йылға тамамларға иҫәп тоталар.
Быйыл, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы, Башҡортостанда 735-ҙән ашыу километр юлды, 809 погон метр оҙонлоғондағы 12 күперҙә ремонт эштәрен атҡарыу ҡаралған.
Сығанаҡ, фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.