Көндөҙгө ял лагерына йөрөүселәр Миәкә районының Туҡһанбай ауылындағы Мифтахетдин Аҡмулла музейында булды. Был музей 1981 йылда тыуған яғында башҡорт шағиры-мәғрифәтсеһе, башҡорт шиғриәте классигы тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан асылған.
Музей хеҙмәткәрҙәре Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады тураһында һөйләне, экспозициялар менән таныштырҙы. Бында шағирҙың шиғыр йыйынтыҡтары һәм башҡа әҫәрҙәре урын алған, «Аҡмулла» журналдары, шулай уҡ Аҡмулла бик яҡшы уйнаған төрлө музыка ҡоралдары ҡуйылған.
Балалар экскурсия барышында үҙҙәре ҡыҙыҡһынған нәмәләрҙе ентекләп ҡараны, һуңынан ауыл эргәһендә сылтырап ағып ятҡан шишмә эргәһендә булды. Балаларға сәйәхәт бик оҡшаны.
https://vk.com/public201675390