Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Сентябрь 2025, 21:32

Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды.

Бишбүләктән Илсинә Хисмәтова - «Тамға» конкурсы дипломанты

Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды.
Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды.

Конкурс эштәре үҙенең төрлөлөгө һәм башҡарыу оҫталығы менән таң ҡалдырҙы. Традицион орнаменттарҙан һәм сигеү техникаһынан алып хәҙерге заман биҙәктәренә тиклем – ҡатнашыусылар йолаларҙы тәрән аңлауын һәм башҡорт кейеменең киләсәгенә ҡыйыу ҡарашын күрһәтте. Билдәле сәнғәт белгестәре, этнографтар һәм дизайнерҙарҙан торған жюри эштәрҙе тарихи сығанаҡтарға тап килеү, башҡарыу сифаты, үҙенсәлеклелек һәм художество ҡиммәте кеүек критерийҙар буйынса баһаланы. Бишбүләк ауылынан Хисмәтова Илсина Ғәлланур ҡыҙы тәҡдим иткән «Мең» ырыуы Дим буйы башҡорттарының костюмы тамашасыларҙың һәм эксперттарҙың иғтибарын айырыуса йәлеп итте.

«Реконструкция» номинацияһы сиктәрендә башҡарылған эш «Мең»ырыуы башҡорттарына хас булған сигеү, төҫтәр гаммаһы һәм декор үҙенсәлектәрен нескә аңлау менән айырылып тора. "Дуҫлыҡ" костюмы төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың берҙәмлеген һәм татыулығын символлаштыра.

Илсинә Хисмәтованың еңеүе - ул уның шәхси оҫталығын таныу ғына түгел, Бишбүләк районының уникаль мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индереүе лә. Уның эштәре традицияларҙың хәҙерге донъяла нисек актуаль булыуына сағыу миҫал булып тора, оҫталарҙың яңы быуындарын милли сәнғәттең матур өлгөләрен булдырыуға рухландыра.

Сара Өфөлә Аксаков исемендәге мәҙәниәт Һәм ял баҡсаһында үтте. Проектты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге. Быйыл конкурс бишенсе тапҡыр уҙҙы, Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән, шул иҫәптән Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләренән, шулай уҡ Мәскәүҙән 54 оҫта финалға сыҡты.

https://vk.com/club156215055?from=groups

 

 

Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды.
Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды.
Автор:
Читайте нас