Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
11 Апрель 2022, 12:55

Әсә кеше шоктан вафат булған

Ауырғазы районы ауылдарының береһендә 11 апрелдә ҡурҡыныс фажиғә булған.

Әсә кеше шоктан вафат булғанӘсә кеше шоктан вафат булған
Әсә кеше шоктан вафат булған

 Был хаҡта «Аургазинский вестник» гәзитенә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итә.

61 йәшлек ҡатын 38 йәшлек ҡыҙының үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуын күреп, иҫен юғалтҡан. Тауышҡа ире йүгереп килгән. Ул ҡатынын һәм ҡыҙын ҡотҡарырыға маташҡан. Һөҙөмтәлә ҡатыны ашығыс ярҙам килеп еткәнсе вафат булған, ә ҡыҙын ҡотҡарғандар – беренсе ярҙам күрһәткәндәр һәм дауаханаға алып киткәндәр.

38 йәшлек ҡатын ни өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуы билдәһеҙ. Күршеләре ғаиләлә янъял булғандыр, тип уйлай, әммә йорт хужаһы быны кире ҡаға.

Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”.

Әсә кеше шоктан вафат булған
Әсә кеше шоктан вафат булған
Автор:
Читайте нас