+30 °С
Болотло


2022 йылда Сәғүд Ғәрәбстанына авиаташыуҙарҙы ойоштороу буйынса кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Рәсәйҙең Хаж-миссияһы, Федерация Советы, Рәсәй төбәктәре, туроператорҙар һәм авиакомпаниялар вәкилдәре Мәскәү, Махачкала, Грозный, Минераль һыуҙар, Ҡазан һәм Өфө ҡалаларынан авиаосоштар ойоштороу мөмкинлеген ҡараны.
«Рәсәй авиакомпанияларының тура чартер рейстары мәсьәләһен, сит ил авиакомпанияларын йәлеп итеп, ғибәҙәт ҡылыусыларҙы өсөнсө илдәр аша алып барыу мөмкинлеген тикшерҙек», – тип хәбәр иттеләр Федераль һауа транспорты агентлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башинформ.