Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2022, 05:58

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел

Башҡортостанда меңдән ашыу кеше бушлай белем алыу өсөн ғариза яҙған.

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел
Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел

Башҡортостанда "Работа в России" порталы аша меңдән ашыу кеше бушлай белем алыу өсөн ғариза яҙған. 

"Демография" милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған программа 28 марттан башланды. Әле ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. 

Уҡып бөткәндән һуң күпселек халыҡ эшкә урынлашырға, эш урынын һаҡлап ҡалырға, йә үҙ эшен асырға тейеш була.

2022 йылға Башҡортостан өсөн 2978 урынлыҡ квота бүленгән. 

Бындай мөмкинлекте 50 йәштән үткәндәр, пенсияға сығырға әҙерләнгәндәр, декрет ялындағы әсәйҙәр, мәктәпкәсә йәштәге балаһы булған эшһеҙ ҡатындар, 35 йәшкә тиклемге айырым категория йәштәр, рәсми рәүештә эшһеҙ булып теркәлгәндәр, эшһеҙ ҡалыу хәүефе алдында торғандар файҙалана ала. 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостана

Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан.

shonkar.com

 

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел
Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел
Автор:
Читайте нас: