Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2022, 09:56

Санкцияларҙан кем күберәк зыян күрә?

Мәҫәлән, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса Apple Рәсәйҙә $2,4 млрд, PepsiCo — $3,4 млрд, McDonald's — $2,1 млрд аҡса эшләгән. Ikea ошо уҡ йылда 246 млрд һум килем алған. 

Санкцияларҙан кем күберәк зыян күрә?
Санкцияларҙан кем күберәк зыян күрә?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә Мәскәүҙә үткән “Өфө диалогы” проекты тураһында яҙғайны. Әле шуға өҫтәп, яңы һандар килтерҙе.

“Ҡайһы бер спикерҙар санкциялар индерелгән илгә ҡарағанда, индереүселәрҙең үҙҙәренә ҡиммәткәрәк төшә тигән фекерен дауам итеп түбәндәге факттарҙы килтерәм. Евростат мәғлүмәттәре буйынса (21 апрелгә ҡарата) Евросоюз илдәрендә хаҡтар үҫеше, уға шулай уҡ Швеция, Дания, Болгария, Венгрия, Румыния һәм Польша инә, февралдә 5,9 проценттан 7,8 процентҡа тиклем артҡан, Германияла – 7,6 процентҡа тиклем, Испанияла – 9,8 процент. Евро зонаһында хаҡтарҙың үҫеше тиҙләшә - йыллыҡ сағылышта февралдә 5,9 проценттан мартта 7,4 процентҡа тиклем.

Европа дәүләттәре Рәсәй, шул иҫәптән, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә ниәт итә. Бергәләп эшләп, беҙ күпкә тиҙерәк үҫешәбеҙ. Рәсәй баҙары Европаның иң ҙур баҙары булып тора, һәм бында маржиналлек бөтә брендтар өсөн дә тиерлек уртаса Европа баҙарынан юғарыраҡ. Мәҫәлән, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса Apple Рәсәйҙә $2,4 млрд, PepsiCo — $3,4 млрд, McDonald's — $2,1 млрд аҡса эшләгән. Ikea ошо уҡ йылда 246 млрд һум килем алған”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Телеграм. 

bashgazet.ru

Санкцияларҙан кем күберәк зыян күрә?
Санкцияларҙан кем күберәк зыян күрә?
Автор:
Читайте нас: