Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2022, 15:42

Александр Матросов менән бергә хеҙмәт иткән

“Украина ерендә хәл иткес алыштарҙың береһенә әҙерләнгәндә Александр Матросовтың батырлығы тураһында  “Красная звезда” гәзитенән уҡып белдек. Гәзиттең ул һанын һәр ҡайҙа ҡысҡырып уҡыйҙар ине...”

Александр Матросов менән бергә хеҙмәт иткән
Александр Матросов менән бергә хеҙмәт иткән

Был фотола Сухоречка ауылының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Иван Струков менән Ғилмиәхмәт Динмөхәмәтов һүрәтләнгән. Иван Михайлович 1942 йылда ҡаһарман яҡташыбыҙ, буласаҡ Советтар Союзы Геройы Александр Матросов менән бергә хеҙмәт иткән.

“Хәрби училищела уҡый инем, - тип хәтерләй Иван Струков. – Башҡортостандан йәштәр килеүе тураһында хәбәр иттеләр. Яҡташтар туҡталған казармаға йүгереп барҙым. Улар араһында бер туғаным  Василийҙы осратыу шатлығын аңлатып бөтөрөү мөмкин түгел. Юлда килгәндә ул Александр Матросов тигән егет менән дуҫлашып өлгөргән. Бер казармала йәшәнеләр, койкалары йәнәшә ине. Мин - шул уҡ ротала, взводтар ғына айырым.
Фронт офицерҙар әҙерләүҙе ашыҡтыра. Тиҙләтелгән программа буйынса уҡыйбыҙ. Өс йыллыҡты бер йылда үтеп бөтөрөргә кәрәк. Мин һуғышҡа ҡәҙәр педучилище тамамлаған кеше булараҡ һәм бында ла уҡырға элегерәк килгәйнем, шуға күрә хәрби тормошҡа ярайһы уҡ өйрәнгәйнем. Вася менән Саша минең яныма көн һайын киләләр, мин уларға белгәндәремде өйрәтәм.
Александр Матросовтың түҙемлелеге, маҡсатҡа ынтылыусанлығы, ниндәй хәлдә дә юғалып ҡалмауы һәр саҡ һоҡландыра ине. Саша ҡырыҡ гардуслы һалҡында ла бүрек ҡолаҡсындарын төшөрмәй ине. Саңғы ярыштары хәтерҙә ҡалған. Бер ярыш ваҡытында Матросовтың саңғыһы һынды. Ул һыңар саңғы менән барыуын дауам итте. Кроста тиҙлек ул тиклем мөһим түгел, билдәләнгән араны һәр кем үтергә тейеш. Саша ул араны үтте, хатта ҡайһы берәүҙәрҙән алдараҡ килде.
Вася менән Саша училищела ярты йыл булдылар ҙа, үҙҙәре теләп фронтҡа киттеләр. Унда айырылышҡандар...
“Украина ерендә хәл иткес алыштарҙың береһенә әҙерләнгәндә Александр Матросовтың батырлығы тураһында  “Красная звезда” гәзитенән уҡып белдек. Гәзиттең ул һанын һәр ҡайҙа ҡысҡырып уҡыйҙар ине...”
Бишбүләк районының Сухоречка яугиры Иван Струков фронтта бик күп батырлыҡтар күрһәтә, II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң өс тиҫтә  йылдан ашыу Сухоречка урта мәктәбендә директор булып эшләй, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәренә лайыҡ була.
Әғләм Зәраев фотоһы.

https://kiziltan.ru

Александр Матросов менән бергә хеҙмәт иткән
Александр Матросов менән бергә хеҙмәт иткән
Автор:
Читайте нас: