Дим буйҙары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2022, 09:22

Ордены әсәһенә тапшырыласаҡ...

Контракт хеҙмәте рядовойы Арсений Воробьев Украина биләмәһендәге махсус хәрби операция барышында һәләк булған. 5 майҙа Өфөлә Арсений Воробьевтың яҡты иҫтәлегенә граффити асыла. Сара 14.30 сәғәттә башлана.

Ордены әсәһенә тапшырыласаҡ...
Ордены әсәһенә тапшырыласаҡ...

Граффити егет белем алған Волга дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филиалы (Өфө ҡалаһы, Әхмәтов урамы, 275-се йорт) стенаһында урынлашҡан.

Сарала Арсений Валерьевичтың әсәһе Н.В. Дёминаға улының “Ҡаһарманлыҡ ордены” тапшырыласаҡ. Был награда егеткә үлгәндән һуң бирелгән. Йылға училищеһының Хәрби дан музейында иҫтәлек мөйөшө, “Герой партаһы”, мемориаль таҡта булдырыласаҡ.

Арсений Валерьевич Воробьев 2001 йылдың 16 ноябрендә Өфөлә тыуған. 2017 йылда мәктәпте тамамлағас, Волга дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филиалына уҡырға ингән. 2021 йылда тамамлағас, Һамар өлкәһенең Рощинский ҡала тибындағы ҡасабаһына хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Хәрби хеҙмәт ваҡытында контракт төҙөгән һәм хәрби частың матди йәһәттән тәьмин итеү ротаһы автомобилдәр бүлексәһенә водитель-ашнаҡсы вазифаһына тәғәйенләнгән. 2022 йылдың 24 февраленән Арсений Валерьевич демилитаризациялау һәм денацификациялау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Контракт хеҙмәте рядовойы Арсений Воробьев Украина биләмәһендәге махсус хәрби операция барышында һәләк булған. 27 мартта Көньяҡ зыяратта ерләнгән.

Фото: "Башинформ".

https://bashgazet.ru

Ордены әсәһенә тапшырыласаҡ...
Ордены әсәһенә тапшырыласаҡ...
Автор:
Читайте нас: