Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2022, 23:40

Республикала баҡсасылар өсөн 700-гә яҡын яңы сауҙа урыны ойошторола

Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә бәйле быйыл баҡсасылар өсөн сауҙа буйынса ташламалар  яһалды.

Республикала баҡсасылар өсөн 700-гә яҡын яңы сауҙа урыны ойошторола
Республикала баҡсасылар өсөн 700-гә яҡын яңы сауҙа урыны ойошторола

Башҡортостан ҡала-райондарында баҡсасылар өсөн 700-гә яҡын яңы сауҙа урынын ойоштороу күҙаллана, тип хәбәр итте республика хөкүмәте.

Республика башлығы Радий Хәбиров халыҡ баҡса участкаһында үҫтерелгәнде һата алһын өсөн мөмкин тиклем күберәк стационар булмаған пункттар эшләргә ҡушты. Шулай уҡ республиканың 44 районы аграрийҙары сәсеү кампанияһына әүҙем ҡушылды, келәттәрҙә етерлек аҙыҡ-түлек запасы бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ҡатмарлы иҡтисади хәлгә бәйле быйыл баҡсасылар өсөн сауҙа буйынса ташламалар  яһалды. Өфө мэрияһы баҡсасылар үҙҙәренең продукцияһын һата алған адрестарҙың тулы исемлеген тәҡдим иткәйне.

shonkar.com

Республикала баҡсасылар өсөн 700-гә яҡын яңы сауҙа урыны ойошторола
Республикала баҡсасылар өсөн 700-гә яҡын яңы сауҙа урыны ойошторола
Автор:
Читайте нас: