Дим буйҙары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2022, 17:44

Заманса яңы госпиталь төҙөләсәк

Өфөнөң 450 йыллығы байрамын ҡаршылау сараларына ярашлы, һуғыш ветерандарының республика клиник госпитале  яңы бинаға күсәсәк. 

Заманса яңы госпиталь төҙөләсәк
Заманса яңы госпиталь төҙөләсәк

Әлеге көндә медицина учреждениеһы  мәҙәниәт һәм тарихи ҡомартҡы иҫәпләнгән, 1862 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан.

–Беҙ Радий Фәрит улына һуғыш ветерандары өсөн  яңы супер-заманса госпиталь төҙөргә ҡарар иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Һуңғы 15 йылда көн ҡаҙағынан төшмәгән был мәсьәлә, ниһайәт, урынынан ҡуҙғалды. 2015 йылда заманса ҡорамалдары, тренажер һәм дауалау  залдары, тоҙ шахтаһы һәм башҡа дауалау кабинеттары булған медицина реабилитацияһы һәм тергеҙеү үҙәге асылыуына ҡарамаҫтан, уның да 1898 йылғы тарихи бинала  урынлашыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Поликлиника, стационар һәм реабилитация бүлексәһенең ҡаланың төрлө өлөштәрендә урынлашыуы пациенттар өсөн дә, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Беҙ, ниһайәт, ветерандар  госпитале лайыҡлы яңы бинаға күсер тип өмөтләнәбеҙ, – тип, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашҡан медицина учреждениеһының баш табибы Хәлил Мостафин “Башинформ”ға биргән интервьюһында.

Проект буйынса дауалау корпустарында 550 койка буласаҡ, поликлиника сменаһына 300 кешене ҡабул итәсәк. Яңы госпиталдең  һауыҡтырыу ҡеүәте байтаҡҡа артасаҡ, консультатив-диагностика үҙәге, ҡабул итеү-диагностика, анестезиология-реанимация бүлексәләре, терапия һәм хирургия блоктары, дауалау-диагностика хеҙмәттәре, ашығыс медицина ярҙам подстанцияһы барлыҡҡа киләсәк. Вертолеттар өсөн майҙан төҙөләсәк.

 Тағы ла шуныһы, республикала өлкәндәр һаны арта, улар дөйөм  халыҡ һанының 24,2 процентын тәшкил итә. Тимәк, махсус гериатрия ярҙамын күрһәтеү кәрәклеге көнүҙәклеген юғалтмай.

“Демография” милли проектының  “Өлкән быуын” федераль  проектына ярашлы, ололарҙың  тормош сифатын яҡшыртыу , социаль яҡлау буйынса ҙур бурыстар тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында  өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген  һәм сифатын арттырыу   ҡаралған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Заманса яңы госпиталь төҙөләсәк
Заманса яңы госпиталь төҙөләсәк
Автор:
Читайте нас: