Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2022, 16:02

"Өс баланы тәрбиәләргә мөмкинлегем юҡ"

Өфөнөң бала табыу йорто тупһаһына алты айлыҡ сабыйҙы ташлап киткәндәр. 

"Өс баланы тәрбиәләргә мөмкинлегем юҡ"
"Өс баланы тәрбиәләргә мөмкинлегем юҡ"

13 май, төндә, Өфөнөң бала табыу йорто ишеген кемдер ныҡ итеп ҡаға. Тауышҡа сыҡҡан ҡарауылсы тупһала балалар креслоһында сабый ятыуын күрә. Бала менән исеме һәм тыуған көнө яҙылған ҡағыҙ ҙа була. Ҡыҙ үткән йылдың ноябрендә тыуған. 

Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала баланың әсәһе кем икәнен асыҡлай. Әсәне был ҡылыҡҡа ауыр хәле мәжбүр итә. Ҡатын өс баланы тәрбиәләрлек, үҫтерерлек мөмкинлеге юҡлығы хаҡында белдергән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡатындың 9 һәм 10 йәшлек балалары бар. Уларҙы яңғыҙ тәрбиәләй.

Әлегә сабый балалар йортонда. Хәл асыҡлана.

shonkar.com

"Өс баланы тәрбиәләргә мөмкинлегем юҡ"
"Өс баланы тәрбиәләргә мөмкинлегем юҡ"
Автор:
Читайте нас: