Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2022, 07:04

Инвестиция һабантуйы билдәлелек яулай

Бөгөнгә Ҡаҙағстан, Төркиә, Белоруссия илдәре үҙҙәренең форумда ҡатнашасығын белдергән дә инде.

Инвестиция һабантуйы билдәлелек яулай
Инвестиция һабантуйы билдәлелек яулай

Мәғлүм булыуынса, Сибайҙа 2 июндән 4-нә тиклем "Урал аръяғы — 2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы була. Бөгөн, 13 майҙа форумдың программа комитетының ултырышы үткәрелде. Унда форумдың программаһы ҡаралды.

Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, “Стратегик башланғыстар агентлығы” ойошмаһының коммуникациялар буйынса директоры - аппарат етәксеһе – Игорь Карачин, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының финанс-сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте Советы рәйесе Владимир Гамза, “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәте программа директоры Анна Прохорова, Фәнни-тикшереү финанс институты иҡтисад үҙәге етәксеһе Инна Рыкова, "АГРОЭКСПОРТ" тармаҡ үҫеше идаралығы начальнигы Виталий Нагалин, Стратегиялар башланғысы һәм ойоштороу үҫеше институты, Global Management Challenge Russia программаһы директоры Вячеслав Шоптенко һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырышты асып, Андрей Назаров форумдың донъя кимәлендә йылдан-йыл билдәлелек яулауын белдерҙе. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора. Ойоштороусыларҙың һанын күбәйтеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

Инвестиция һабантуйында федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашырға саҡырылған. Бөгөнгә Ҡаҙағстан, Төркиә, Белоруссия илдәре үҙҙәренең форумда ҡатнашасығын белдергән дә инде. Сарала һәммәһе мең ярым кеше ҡатнашасаҡ тип көтөлә.

Махсуслаштырылған бүлектәр һәм пленар ултырыш ваҡытында ҡатнашыусылар санкциялар менән бәйле ҡатмарлы осорҙа инвестициялар йәлеп итеү, экспорт әүҙемлеген арттырыу, моноҡалаларҙы, эске туризмды үҫтереү, ҡала мөхитен һанлаштырыу һәм экологияның көнүҙәк һорауҙары тураһында һөйләшәсәктәр.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда  бизнес-шерифтар институты һөҙөмтәле эшләй башланы. Быйылғы инвестиция һабантуйында тәүге тапҡыр бизнес-шерифтарҙың төбәк-ара форумын уҙғарыу ҙа күҙаллана.

Ҡунаҡтар халыҡ байрамы һабантуйҙа ла ҡатнашып, төбәктең тарихы, мәҙәниәте, милли йолалары менән дә танышасаҡ.

https://bashgazet.ru

 

Инвестиция һабантуйы билдәлелек яулай
Инвестиция һабантуйы билдәлелек яулай
Автор:
Читайте нас: