Дим буйҙары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2022, 10:32

Сүп-сар йыйыуҙың да үҙ тәртибе бар

Ҡалдыҡтарҙы йыйыу контейнерына ҙур габаритлы әйберҙәр, ағас ботаҡтары ташлаған өсөн штраф һалыуҙары мөмкин

Сүп-сар йыйыуҙың да үҙ тәртибе бар
Сүп-сар йыйыуҙың да үҙ тәртибе бар

Контейнерҙар көнкүреш сүп-сарын йыйыу өсөн генә билдәләнгән. Бының иҫәбенә ҡағыҙ, ҡатырға, тире, резина, целлофан, пластмасса, быяла, йәғни көнкүреш барышында барлыкка килгән ҡалдыҡтар инә.

Төҙөлөш сүп-сарын, телевизор, өҫтәл, иҫке урындыҡ, диван, кресло кеүек әйберҙәрҙе, аҙыҡ - түлек һәм үҫемлек ҡалдыҡтарын, бигерәк тә ҙур ағас ботаҡтары, ҡыуаҡ ҡалдыҡтарын килтереп ташлау тыйыла.

Сүп-сар полиэтилен пакеттарға төрөлгән булырға тейеш. Ватыҡ быяла, быяла һауыт-һаба, консерв банкаларын да контейнерға ташлар алдынан яҡшылап төрөргә кәрәк.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәртипте һанға һуҡмаусылар етерлек. Контейнер майҙансыҡтарында өй йыһаздары ҡалдыҡтпрын да, ағас ботаҡтары, хатта бесән ҡалдыҡтарын да күрергә мөмкин.

Сүп-сар менән эш итеү тәртибен боҙған граждандарға биш мең һум күләмендә штраф янай.

baltachtan.ru

Сүп-сар йыйыуҙың да үҙ тәртибе бар
Сүп-сар йыйыуҙың да үҙ тәртибе бар
Автор:
Читайте нас: