Дим буйҙары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2022, 07:22

Үзбәкстандың йәшелсә-емешен ашаясаҡбыҙ

Башҡортостандың Үзбәкстанға экспортҡа сығарыу өсөн тауарҙары бар – он, макарон ризыҡтары, көнбағыш майы һәм шәкәр.

Үзбәкстандың йәшелсә-емешен ашаясаҡбыҙ
Үзбәкстандың йәшелсә-емешен ашаясаҡбыҙ

Башҡортостан һәм Үзбәкстан республикалары араһында тауар әйләнеше миллион долларға тиклем етәсәк. Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһенә эш сәфәре барышында ошондай яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр.

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, Үзбәкстандан йәшелсә-емештең яңы йыйылғанын да, шулай уҡ киптерелгәнен дә төбәккә алып килеү буйынса килешеүҙәр төҙөгәндәр. Урта Азия дәүләтенән тәмләткестәр һәм БАД-тар импорты ла яйға һалынасаҡ. Башҡортостан һәм Үзбәкстан эшҡыуарҙары араһында тауар әйләнеше миллион долларлап буласаҡ.

Башҡортостандың Үзбәкстанға экспортҡа сығарыу өсөн тауарҙары бар – он, макарон ризыҡтары, көнбағыш майы һәм шәкәр. Артабан Фирғәнә өлкәһенең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән оҙайлы ваҡытҡа килешеү төҙөләсәк, һәм был ике республика эшҡыуарлығы араһында һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һаласаҡ, тигән ышаныс белдерә Алексей Гусев.

Эш сәфәре барашында Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында ете килешеү төҙөлгән, уларҙың финанс күләме - ун миллион долларҙын ашыу.

Башҡортостандың Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлегенең үҫеше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация һәм экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: Алексей Гусевтың социаль селтәрҙәге диуарынан.            

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Үзбәкстандың йәшелсә-емешен ашаясаҡбыҙ
Үзбәкстандың йәшелсә-емешен ашаясаҡбыҙ
Автор:
Читайте нас: