Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2022, 11:46

Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ – Эверест түбәһендә!

"Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт, мине дәртләндереп тороусыларым”, – тип яҙған сәйәхәтсе социаль селтәрҙәрҙә.

Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ – Эверест түбәһендә!
Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ – Эверест түбәһендә!

Эверест бейеклегенә Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ күтәрелде. Вероника Зарипова планетаның иң юғары нөктәһенә 17 майҙа иртәнге  сәғәт дүрттә менеп етте. Ул – Эвересты буйһондорған Рәсәй ҡатындарының 12-сеһе.

“Башҡортостандан беренсе ҡатын-ҡыҙ Эверест бейеклегендә. Рәсәйҙең 12 аҫыл заты  Эверест түбәһендә. Зарипова - беренсе!  Мин һеҙҙең барығыҙҙы ла яратам. Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт, мине дәртләндереп тороусыларым”, –тип яҙған сәйәхәтсе социаль селтәрҙәрҙә.

Был ваҡиғанан алда ғына  Өфө ҡалаһы егете, эшҡыуар һәм альпинист Сергей Белкин Эверестҡа күтәрелеп, Башҡортостан флагын  ҡаҙағайны.

Фото: alprepublic

https://bashgazet.ru

Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ – Эверест түбәһендә!
Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ – Эверест түбәһендә!
Автор:
Читайте нас: