Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2022, 02:18

Эттәрҙе лә, уларҙың хужаларын да ҡыуандырып...

Урындағы халыҡҡа май аҙағына тиклем тауыш бирергә кәрәк.

Эттәрҙе лә, уларҙың хужаларын да ҡыуандырып...
Эттәрҙе лә, уларҙың хужаларын да ҡыуандырып...

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән ҡаланың 35-се биҫтәһендә йәшәгәндәр өсөн дүрт аяҡлы дуҫтары – эттәр менән саф һауала йөрөү, уларға күнекмәләр үткәреү өсөн махсус  йыһазландырылған сквер барлыҡҡа киләсәк. Унда шулай уҡ эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйыу, яуым-төшөм ваҡытында йәшеренеү өсөн башы ябылған туҡталҡалар эшләү күҙаллана.

Ҡалала төҙөк парктар, скверҙар, ял зоналары барлыҡҡа килһен өсөн урындағы халыҡҡа май аҙағына тиклем https://2.gorodsreda.ru платформаһында тауыш бирергә кәрәк. Унда 14 йәше тулған һәр кеше ҡатнаша ала. Ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һайлау өсөн дүрт дизайн-проект тәҡдим ителә.

Мәғлүм булыуынса, республикала был йүнәлештә эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/259006

https://bashgazet.ru

Эттәрҙе лә, уларҙың хужаларын да ҡыуандырып...
Эттәрҙе лә, уларҙың хужаларын да ҡыуандырып...
Автор:
Читайте нас: