Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2022, 21:52

Йоҡлай алмаһаң...

Йоҡлай алмай оҙаҡ аҙапланһаң, иң тәүҙә көн тәртибеңде ҡарап сыҡ. Көндәлек яҙып ҡара. Аҙаҡ уҡығандан һуң, хатаңды аңларһың.  Әгәр инде ярҙам итмәһә, был төнәтмәләрҙе әҙерләп эс...

Йоҡлай алмаһаң...
Йоҡлай алмаһаң...

1. Укроп орлоғо

2 аш ҡалағы орлоҡто ярты литр «Кагор»ға  һалып, 1 сәғәт дауамында ҡайнаталар. Унан ошолай уҡ 1 сәғәт төнәтәләр. Төнәтмәне йоҡлар алдынан 2 аш ҡалағы эсеп ятырға. 

 Алкоголь бит был" тиеүселәргә яуап ошондай булыр: был сама ваҡыт ҡайнатҡандан, аҙаҡ төнәткәндән һуң бында алкоголдең әҫәре лә ҡалмай.

2. Бесәй үләне (валериана) 

Был инде иң популяр ысул. 2 аш ҡалағы онталған бесәй үләненең онталған тамырының өҫтөнә 2 стакан ҡайнар һыу ҡой. Унан һүрән утта ярты сәғәт ҡайнат.

Әҙер төнәтмәне термосҡа ҡойоп, 3-4 сәғәт (төнгөлөккә ҡалдырһаң, тағы ла яҡшыраҡ) төнәт.

Төнәтмәне йоҡлар алдынан 1-2 аш ҡалағы эсергә. 

Һау-сәләмәт бул! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. 

hakmar.ru

Йоҡлай алмаһаң...
Йоҡлай алмаһаң...
Автор:
Читайте нас: