Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2022, 07:58

Хыянат (хикәйә)

- Бар, ҡыҙым, сығып тор. Бәпәй йоҡлағансы тышта уйнап ин, – тиеүенән шаңҡып ҡалды, ҡапыл ғына хәле бөттө. Яңылыш ишеттемме тигәндәй әсәһенә күтәрелеп ҡараны. Йөҙө ҡыҙарып киткән әсәһе, эйәге менән ишеккә ымланы. 

Хыянат (хикәйә)
Хыянат (хикәйә)

Атаһы Нәйләгә байтаҡ ҡына аҡса тотторҙо.

– Оҙаҡламай әсәңдең тыуған көнө, юбилей бит. Барыбыҙҙың исеменән телевидениегә, радиоға ҡотлау сәләме ебәрерһең әле. Әсәйеңдең яратҡан тапшырыуы, күңеле булыр. Хат менән ебәрһәң дә барып өлгөрөр. Интернет аша ебәрәһеңме, нисек яҙырға үҙең беләһең. Сюрприз булһын, матур йыр ҙа һайла.

Атаһы тышҡа сығып киткәс тә хәлһеҙләнгән кеүек башын өҫтәлгә һалды. Тағы иҫке яраны ҡуҙғатты атаһы, онотолоп бөттө тигәндә генә. Әсәһе «Йырым булһын бүләгем» тапшырыуын яратып ҡарай. Йырҙарын тыңлағанда ара-тирә һөйләнгеләп, илап та алыуын иҫкә алғандыр атаһы.

– Шулай ҙа изгелекле балалар булыр икән, йөрәгеңә үтеп инерлек һүҙҙәрҙе ҡайҙан табаларҙыр. Анау тиклем сәскә бүләк иткәс, балалары ла иркен йәшәйҙәрҙер.

Нәйлә һиҙеп йөрөй, был һүҙҙәр уға ҡағыла. Ауылда йәшәгән һеңлеһе күп балалы. Ғаиләһе мал көсө менән генә йәшәй. Өс балаһын кешегә ауырлыҡ һалмай, үҙҙәре ҡарарға тырышалар. Ә Нәйлә йәше үтһә лә кейәүгә сыҡмаған. Эше һәйбәт, аҡсаһын да табып тора, әле ипотекаға ике бүлмәле фатир ҙа алып ебәрҙе. Холҡоноң, ҡылыҡтарының ҡатылығына төрттөрөүе инде.

Әллә ниңә ирей алманы ул әсәһенә. Бәләкәй саҡта ҡалған хәтере, күңеленә һыҙлауыҡ булып урынлашты, иҫенә төшкән һайын һаман һыҙлай.

...Союз тарҡалып эшһеҙлек хөкөм һөргән заман. Лесхоз идараһына атаһын саҡыртып алып ауылға таксаторҙар бригадаһы киләсәген белдергәндәр, фатирға урынлаштырыуын һорағандар. Күптән ҡулына тере аҡса инмәгәнлектән атаһы ризалығын биргән. Фатир хаҡы, мунса индереү, ашарға бешереү, табаҡ-һауыт йыуыуға айырым түләнәсәк. Ашарға бешереү өсөн ризыҡты үҙҙәре килтерәсәктәр. Иртәле-кисле бешереү әсәләре өҫтөндә була. Атаһы менән әсәһе дәртләнеп өйҙөң бер яғын әҙерләп ҡуйҙылар, мәле сыҡҡанда ниңә файҙаланып ҡалмаҫҡа. Ятыр түшәген, карауаттарын үҙҙәре килтерәләр. Урманды кварталдарға бүлеп, һандар менән билгеләп йөрөүҙәре икән. Бәлки араларында үҙенә лә эш булыр, мунса яғыу, тамаҡ яраштырыу ҙа булдымы эш, ҡатыны егәрле, булдырыр. Бер айға үҙҙәре бәләкәй яҡта ла йәшәп торорҙар. Бесән мәле үтте, картуф алырға иртәрәк, ваҡыты ла ҡулай.

Таксаторҙар бригадаһы бер «Урал» мотоциклында, ике УАЗ машинаһында килеп урынлаштылар. Күреү менән оҡшатманы уларҙы Нәйлә. Һары һаҡал-мыйыҡлы, эре кәүҙәле урыҫтарға шикләнеп ҡараны. Әллә үҙе бәләкәс кәүҙәле булғанға шулай күрендеме, бөтөнләй ҡырағай кешеләргә оҡшағандар, әрһеҙҙәр үҙҙәре. Араларында бер ҡатын кеше лә бар, улар менән бергә эшләйҙер моғайын. Тәмәкеһен дә ирҙәр менән ҡуша тарта, бергә һөйләшкәндә һүгенә, хахылдап көлә. Килгәндең иртәгәһенә үк үҙ эштәренә тотондолар, иртәнән ҡара кискә тиклем урмандалар. Әсәһе иртән тороуҙарына, кис ҡайтыуҙарына бешерә. Төшкөлөгөн үҙҙәре ҡырҙа ашайҙарҙыр, ризыҡтары үҙҙәре менән, төрлө консервалар, икмәктәр тейәп китәләр. Батҡаҡлы юлда, тау-ташлы урмандан ҡайтып йөрөүҙәре ҡыйындыр.

Тик кисен оҙаҡ йоҡламай ҡаҡшаталар, төнө буйы һөйләшеп, кәрт һуғып ултыраларҙыр, иртән өҫтәлде йыйыштырғанда араҡы шешәләрен күпләп сығарырға тура килә. Тағы сәй эскән сынаяҡтарын йыуыуы ауыр, сәйҙәре һылашып ҡаты көл менән ышҡып йыуырға тура килә. Сәйҙе ҡабы менән һалып бешереп эскәндәрен аҙаҡ аңланылар. Араһындағы ҡатын да айырым бүлмә һорап йөҙәтмәне, әйтерһең ир затынан, улар менән бер бүлмәлә йоҡлап йөрөнө. Мунсаға ла әле береһе, әле икенсеһе менән барҙы.

Ул көндө Нәйләнең атаһы иҫке генә машинаһында район үҙәгенә барырға йыйынды. Таксаторҙарҙан һорап алған бензины менән багын тултырып, иртәнге сәғәттәрҙә үк юлға сыҡты.

Фатирҙаштары эшкә киткәс, уларҙан бүлеп ҡалдырған ризыҡтар менән ашарға ултырҙылар. Әсәһе сәй яһап, бәләкәс һеңлеһенә ашата башлағайны ғына, таксаторҙарҙың береһе килеп инде. Кистән ныҡ эскәнлектәндер эшенән һорап ҡалған. Магазиндан барып араҡы алып килеп тә өлгөргән, өҫтәлгә сығарып ултыртты. Нәйләләр менән бергәләп сәй эсергә ултырҙы, рюмка һорап алды. Һаҡалтай урыҫтың яҡынлауын күреп, ҡурҡышынан һеңлеһе илай башланы. Әсәһе лә тымыҙып ҡарай, Нәйлә лә әүрәтә, юҡ бармағын ауыҙына ҡабып илауын белә.

Урыҫ рюмкаһына араҡыһын ҡойоп эсте лә, әсәһенә лә ҡойоп бирҙе. Әсәһе эсмәне, илаған баланы Нәйләгә тоттороп сәңгелдәгенә алып барып һалырға ҡушты. Бер аҙ тынысланған һеңлеһен сәңгелдәгендә ҡалдырып, сәйен эсеп бөтөрөргә теләһә лә, әсәһе баланы бәүетергә ҡушып, тағы өҫтәл эргәһенән оҙатты. Йоҡларға теләмәгән баланы саҡ бәүетеп йоҡлатып, ҡабат әсәһе эргәһенә килеүгә унан араҡы еҫе сыҡҡандай тойолдо. Әсәһенең алдында рюмка күренмәй, урыҫ ҡына шаҡтай иҫергән. Эргә-тирәһен ҡараштырһа ла рюмка күренмәне, араҡыны сынаяҡ өҫтөнә лә һалып эсергә мөмкинлеген башына ла килтермәне.

Ул өҫтәл эргәһенә килеп ултырғас та, урыҫ әсәһенә яҡынланы. Хәҙер икеһе лә әүмәкләшеп, тартҡылашып торғандан һуң, урыҫ әсәһен мөйөшкә ҡыҫты. Әсәһенә ярҙамға килеп, яҡлашырға теләгән Нәйлә урыҫты артынан һөйрәһә лә, көсө етмәне. Хәҙер әсәһе менән икәүләп урыҫты еңәсәктәр, урыҫҡа бирешмәйәсәктәр, әсәһен мөйөштән генә сығарып алырға ярҙамлашырға, тик һеңлеһе генә уянмай торһон. Нисек етте шулай әсәһе менән урыҫ араһына инеп ике ҡулы менән урыҫты этә, беләгенә аҫылынып тора башланы. Ҙур ҙа инде ул урыҫтан ҡурҡып торорға, быйыл беренсе класҡа бара. Үҙен шулай дәртләндереп, мөйөшкә терәлеп ҡыҫылған әсәһен ҡотҡарырға булғайны ла, әсәһенең:

– Бар, ҡыҙым, сығып тор. Бәпәй йоҡлағансы тышта уйнап ин, – тиеүенән шаңҡып ҡалды, ҡапыл ғына хәле бөттө. Яңылыш ишеттемме тигәндәй әсәһенә күтәрелеп ҡараны. Йөҙө ҡыҙарып киткән әсәһе, эйәге менән ишеккә ымланы. Әсәһенә талпан кеүек йәбешкән урыҫты күрмәҫ өсөн генә тышҡа сыҡты, һеңгәҙәп һикәлтәгә ултырҙы. Башы бер нимә лә уйларға теләмәй, тик өйҙә ниндәйҙер насар ҡылыҡ, алама ғәмәл ҡылынғанын ғына һиҙенә. Ниңә улай? Урыҫ ярай кеше түгел, ул таксатор, ә әсәһе?

Табаҡ-һауыттарҙы йыуыштырырға кәрәклеген белһә лә ҡулына эш барманы. Ҙур һауыт тотто ла урманға бөлдөргән йыйырға сығып китте. Күптән барырға уйлаһа ла ваҡыт етмәйерәк тора ине. Көн йылы, оҙаҡ йөрөнө урманда. Һауыт тулғас та йылға ярында ултырып бөлдөргәненең сүптәрен таҙартты, баҫылып кәмегәнлектән тағы өҫтәп йыйҙы.

Ул ҡайтҡанда өйҙә тәртип, иҫерек урыҫ хырылдап йоҡлай. Атаһы ла район үҙәгенән ҡайтҡан, һеңлеһен алдына алып ашарға ултырған.

– Улай урманда оҙаҡ йөрөмә бөлдөргән тип, әсәйеңә ярҙамлаш, һеңлеңде әүрәтештер. Әсәйеңә ауыр бит күмәк кешене тәрбиәләүе. Оҙаҡламай икенсе урынға күсәләр, түҙәйек. Аҡсаһын түләһәләр үҙеңә уҡыуға кейемдәр ҙә алырбыҙ, – тине атаһы Нәйләгә ҡарап. Әсәһе өндәшмәне.

Ошо ваҡиғанан һуң әсәһе менән Нәйлә араһына күҙгә күренмәгән кәртә хасил булды. Бер ваҡытта ла асылып һөйләшмәнеләр, күҙҙәренә лә тура ҡарай алманылар. Ҡыҙының ҡарышҡырлығына әсәһенең йәне көйөп һуҡҡылап алһа ла, ауыртыу-һыҙланыуын күрһәтмәй, һынын ҡатырып ҡына торҙо. Иркәләп ҡушҡан һүҙҙәрен дә ҡабул итмәне, ҡырын ғына ҡараны.

...Бына юбилей кисәһе лә етте. Килгән ҡунаҡтар менән бөтәһе лә бер табынға йыйылды. Атаһы табынды башлап, әсәһен ҡотлап әйткән һүҙенән һуң, Нәйлә урынынан торҙо.

-Әсәй...-тине өҙөп кенә. -Һиңә ,,Йырым булһын бүләгем" тапшырыуынан ҡотлар өсөн атайым аҡса биргәйне лә, мин ебәрә алманым. Бына үҙемдән дә ҡушып, һиңә тапшырам, нимә теләйһең үҙеңә шуны алырһың.

Күҙенән аҡҡан йәшен һөртөп, тамағына төйөлгән төйөрҙө тойоп, Нәйлә тынып ҡалды.

– Эх, балаҡай… Әгәр белгән булһам ебәрә алмаҫыңды, үҙем ебәрергә тырышыр инем, – тине атаһы тыңларға әҙерләгән радиоһына, телевизорына ҡарап. Әсәйеңде ҡыуандырырмын тип хыялланған хыялыма хыянат иттең былай булғас. Ярай, икенсе юлы ҡотларбыҙ, йәме йәнәш, – тип әсәһенең яурынынан ҡосаҡланы.

– Әйҙәгеҙ, барынса етешеп ултырығыҙ, – тип атаһы ҡунаҡтарға әүрәне.

Өҫтәлде ҡараштырыу һылтауы менән тышҡа сыҡҡан Нәйлә солан стенаһына һөйәлде. Хыянатсы… Бына ниндәй һүҙ үртәгән икән уның йөрәген ғүмер буйы. Хәҙер атаһының уйламай әйткән һүҙе ҡуҙға кәрәсин өҫтәгәндәй булды. Кәмерме бынан һуң йөрәгендәге янған ут бынан һуң, әллә тағы ла дөрләп янырмы?..

Гөлдәр Кәлимуллина.

hakmar.ru

Хыянат (хикәйә)
Хыянат (хикәйә)
Автор:
Читайте нас: