Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2022, 14:14

Пенсиялар арта

Рәсәй Президенты эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһын, минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын 10 процентҡа индексациялауҙы раҫланы.

Пенсиялар арта
Пенсиялар арта

Закон проекты 1 июндән көсөнә инәсәк. Уртаса ул ил буйынса 13 мең 919 һум тәшкил итәсәк.

 Бына тыш, ил етәксеһе Дәүләт советы президиумы ултырышында 1 июндән эшләмәүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы 10 процентҡа артасағын белдерҙе. Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, уртаса пенсия күләме 19 мең 360 һум тәшкил итәсәк.  1 июлдән хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәле лә 10 процентҡа арттырыла. Ул айына 15 мең 279 һумға тиклем етергә тейеш. Граждандарға ғариза яҙыу кәрәкмәй, барыһы ла автоматик рәүештә башҡарыласаҡ.

Фото:Fb.ru

https://www.bashinform.ru

Пенсиялар арта
Пенсиялар арта
Автор:
Читайте нас: