

Был көн һәммәһен дә тәмәкенең зыяны һәм уның ауыр һөҙөмтәләре тураһында уйланырға мәжбүр итә. Бөгөн тотош донъяла уҙғарылған сараларҙың маҡсаты ла тәмәке тартыусыларҙың никотин бәйлелегенән азат итеү, барыһына ла, бигерәк тә йәштәргә тормоштоң яҡшы яҡтары тураһында хәбәр итеү.
Тәмәкенең ҡабы төрлө булһа ла, зыянының бер төрлө насар икәнлеге хаҡында һис оноторға ярамай. Күп кенә тәмәке тартыусылар: “Был – бер насар ғәҙәт кенә, кәрәкһә, хәҙер үк уны ташлай алам”, - тигән фекерҙә. Тик бына эш ташлауға килеп терәлгәс, хәлдең ярайһы ҡатмарлы икәнлегенә инаналар.
Тәмәкегә бәйлелек – алкоголгә, наркотикка бәйлелек кеүек ҡурҡыныс хәүеф, шуға уның менән мауығыр алдынан эҙемтәләре тураһында уйларға кәрәк. Юғиһә тәмәке менән бергә уны тартыусы ла яна, һаулығын юҡҡа сығара...
Фото: zainsk-rt.ru
https://bashgazet.ru