Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
3 Июнь 2022, 07:41

«Сәләмәтлек поезы» Бишбүләк районына киләсәк

Был проект медицинаның сифатын арттырырға hәм халыҡты хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртырға мөмкинлек бирә

«Сәләмәтлек поезы» Бишбүләк районына киләсәк«Сәләмәтлек поезы» Бишбүләк районына киләсәк
«Сәләмәтлек поезы» Бишбүләк районына киләсәк

2022 йылдың 18 июленән районда халыҡҡа беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яҡынайтыу, шулай ук төрлө ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡлау маҡсатында портатив диагностик йыhаздар, күсмә маммография комплексы, күсмә  мобиль флюорограф менән йыһазландырылҡған күсмә мобиль комплекс эшләй башлаясаҡ. Уның составына Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының квалификациялы белгестәре керәсәк.

Сәләмәтлек поезы билдәләнгән  график буйынса эшләйәсәк:

Дим ауылында 18 — 19 июлдә,

Ҡыңғыр-Мәнәүездә 20 — 22 июлдә,

Уҫаҡ-Кисеүҙә 25 — 27 июлдә,

Баҙлыҡта 28— 29 июлдә.

Халыҡ бер үк ваҡытта диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын hәм профилактик медицина тикшереүен

үткәргәндә, регламентланған барлыҡ тикшереүҙәрҙе лә,флюорография hәм маммография уҙырға, вакцинация яһатырға мөмкин. Бер үк вакытта «Сәләмәтлек поездары» белгестәренә ауырыуға бәйле рәүештә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә ала. Акцияны уҙғарыу Бишбүләк районы халҡына үҙ тораҡ пунктында юғары квалификациялы медицина ярҙамы алырға мөмкинлек бирә.

- Был проект сираттағы тапҡыр үҙенең ихтыяжын hәм уникаллеген раҫланы. «Сәләмәтлек поезы» урында тикшереү hәм консультациялар үткәреү менән бергe, кәрeк булғанда, дауалауҙың киләсәк стратегияһын төҙөргә мөкинлек бирә. Проект медицинаның сифатын hәм алыу мөмкинлеген арттырырға ярҙам итә, — тип белдерә Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Марат Абдуллин.- Мобиль комплекстарҙың эше бер юлы икәү — «Һаулыҡ һаҡлау» hәм «Демография» милли проекттарының төп бурыстарын хәл итeргә ярҙам итә.

Карина Павлова.

«Сәләмәтлек поезы» Бишбүләк районына киләсәк
«Сәләмәтлек поезы» Бишбүләк районына киләсәк
Автор:
Читайте нас