+30 °С
Болотло


Килешеү нигеҙендә 2023 йылда Башҡортостан һәм Белоруссия Республикалары биләмәләрендә балалар һауыҡтырыу лагерҙарында 14 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларҙың ялы ойоштороласаҡ. Документҡа ярашлы 1 ноябргә тиклем ял урындарын, ваҡытын, мәҙәни һәм экскурсия программалары билдәләнеп ҡуйырға тейеш. Был килешеү Башҡортостанда туризм индустрияһын үҫтереүгә һәм Белорусь Республикаһы менән халыҡ-ара бәйләнеште нығытырға ярҙам итергә тейеш.