Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
7 Июнь 2022, 13:48

Уяулыҡты юғалтырға ярамай

Әгәр һеҙ коронавирустан прививка яһатҡандан йәки уның менән ауырып терелгәндән һуң, ярты йылдан артыҡ ваҡыт үткән икән — ревакцинация яһатырға ваҡыт

Уяулыҡты юғалтырға ярамайУяулыҡты юғалтырға ярамай
Уяулыҡты юғалтырға ярамай

Шуныһын да иҫтә тоторға кәрәк, яңы тулҡын сығыу ихтималы һаҡлана. Бөгөнгө көндә Бишбүләк районында 15 716 кеше йәшәй, 2021 йылдың 17 ноябренән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр 968 кеше ковид менән ауырыған, 5842 кеше вакцинация hәм ревакцинация яһатҡан. Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында халыҡты коронавирустан вакцинациялау дауам итә. Процедура кабинетына беренсе тапҡыр прививка яһатырға теләгән, шулай уҡ ревакцинация яһатырға килгән кешеләр ебәрелә. Ревакцинация процедураһы тураһында тулыраҡ район үҙәге дауаханаһының баш табибы Марат АБДУЛЛИН менән әңгәмә

— Марат Фeнил улы, ревакцинация нимә ул һәм ул ни өсөн кәрәк?

— Ревакцинация — ул ҡабат прививка яһатыу. Уны инфекцияға ҡаршы һаҡлауҙың элекке дәрәжәһен тергеҙеү  өсөн эшләйҙәр, сөнки ваҡыт уҙыу менән вакцинаның ғәмәлдә булыу һөҙөмтәһендә организм тарафынан эшләнгән иммун яҡлауы кәмей.

Ревакцинацияны ҡасан яһатырға?

— Ревакциацияға ҡарата тәҡдимдәр элеккесә ҡала — уны һуңғы вакцинациянан һуң алты айҙан һуң эшләтергә.

кәрәк. Тәү сиратта ревакциация юғары хәүеф төркөмдәре өсөн кәрәк: былар — йөклө ҡатындар, 65+ йәш төркөмөнә ҡараусылар, хроник ауырыуҙары булған кешеләр. Шулай ук үҙ hөнәре буйынса коронавирус йоҡтороу хәүефе ҙур булған халыҡ төркөмдәре лә бар.

Ревакцинация яһатырға ҡарар итеү алдынан организмда антитәнсектәр дәрәжәһе мөһимме?

– Антитeнсектәр (антитела) — улар, әлбиттә, яҡшы, тик барыбер ҡабат вакцинация үткәрергә кәңәш итәм. Антитәнсектәрҙең ҡасан юғалыуын бер кем дә белмәй. Уларҙы ла даими тикшереп тороу — ҡиммәтле процедура. Ә вирус бик мәкерле, уның агрессияһы бары тик уға яраҡһыҙ шарттар тыуҙырылғанда ғына кәмейәсәк.

— Ревакцинацияны беренсе ике доза яһалған препарат менән йәки башҡаһы менән яһатырғамы?

— Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғәмәлдәге методик рекомендациялары нигеҙендә, ҡабат вакцинациялау өсөн илебеҙҙә теркeлгән теләһә ниндәй вакцинаны ҡулланырға мөмкин. Әмма, алдағы вакцинация ваҡытында пациенттың тиҫкәре һөҙөмтәләрпе килеп сыҡһа, ҡабат прививканы башҡа төрлө вакцина менән яһарға була.

— Район больницасында ниндәй вакциналар бар?

— Вакцинаның төрлөләре бар: «Спутник Лайт», «Гам Ковид-Вак» (Спутник V), «Эпивак».

Ревакцинацияға яҙылыу процесы нисек тә булһа айырыламы?

— Барыһы ла беренсе прививка яһатҡандағы кеүек үк. Дәүләт хеҙмәттәре сайты йәки дауахана регистратураһы аша.

Кеше беренсе тапҡыр тулыһынса прививка яһатҡанда, ә уға дәүләт хеҙмәттәтре сайтына QR-кодлы сертификат ебәрелә. Ревакцинациянан һуң был документ ғәмәлдән сығарыламы?

— Юҡ, беренсе документ ҡала. Икенсе сертификат аласаҡһығыҙ, hәм тегеһе лә, быныһы ла — ғәмәлдә. Иң мөhиме — уларҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты тураһында онотмау. Коронавирус менән ауырыусылар һаны һиҙелерлек кәмене, әммә белгестәр киҫәтә: хәҙер уяулыҡты юғалтырға ярамай. Күмәк иммунитет формалаштырыу һөҙөмтәһендә сираттағы тулҡынды еңеп сыға алдыҡ. Әгәр беҙ вакцинация heм ревакцинация тураһында онотабыҙ икән, вирус реванш алырға мөмкин. Туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың hәм ауылдаштарығыҙҙың һаулығын һаҡлағыҙ!

Карина ПАВЛОВА әңгәмәләште

Уяулыҡты юғалтырға ярамай
Уяулыҡты юғалтырға ярамай
Автор:
Читайте нас