

Дәүләт Думаһы бөтә ил буйынса мәктәптәрҙә оҙайтылған көн төркөмдәрен тергеҙеүгә йүнәлтелгән закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Был закон проекты Дәүләт Думаһына апрелдә индерелгәйне. Документҡа ярашлы, оҙайтылған көн төркөмдәрен асыу тураһында ҡарарҙы, ата-әсәләрҙең фекерен иҫәпкә алып, белем биреү учреждениеһы ҡабул итә. Бынан тыш, бындай төркөмдәрҙә балаларҙы ҡарау, тәрбиәләү менән бер рәттән уҡыу дәрестәренә әҙерлек алып барылырға, түңәрәктәр һәм секциялар, мәҙәни саралар һәм башҡалар үткәрелергә тейеш.
– Закон ҡабул ителгән осраҡта оҙайтылған көн төркөмдәре белем биреү процесының бер өлөшө булырға тейеш. Ата-әсә түләүен кәметеү өсөн төбәктәрҙең оҙайтылған көн төркөмдәрен өҫтәмә финанслауға хоҡуғы билдәләнә. Был мәсьәлә буйынса башҡараһы эштәр байтаҡ, – тине Вячеслав Володин.
Фото: Т. АМАНОВ.