

Күгәргән түшәм һәм стеналар интерьерҙы боҙа, шулай уҡ һаулыҡҡа ла зыянлы. Унан ҡотолоу ысулдары ла бар:
- 3%-лы быяла таҙартҡыс һауытына перекись водороды һалып, күгәргән урындарға һиптертергә мөмкин.
- розмарин һәм лаванда, сәй ағасының майы (масло чайного дерева) - ошо ябай ысул стеналағы бәшмәктән арынырға булышлыҡ итә һәм уларҙың ҡабат барлыҡҡа килеүен киҫәтә. Бер балғалаҡ сәй ағасының майын 200 мл таҙа һыу менән яҡшылап бутарға һәм күгәргән урынға һиптерергә. Һуңынан был ерҙе ҡоро сепрәк менән һөртөп алырға.
- быяла таҙартҡыс һауытына һеркә (уксус) һалырға һәм күгәргән стенаға һиптерергә, уны бер сәғәткә ҡалдырырға. Һуңынан таҙа һыу менән йыуырға. Бер нисә сәғәттән һеркә еҫе бөтәсәк.
- бер нисә лимондың һутын һығып, күгәргән ергә һөртөргә һәм 5 минутҡа ҡалдырырға, һуңынын еүеш сепрәк менән һөртөп алырға.
- 0,5 литр һыуға ярты ҡалаҡ сода һалып, һиптергес менән күгәргән урынға ошо шыйыҡлыҡты һиптерергә, күк таптарҙы щетка ярҙамында таҙартырға һәм һыу менән сайҡатырға. Артабан ҡабат содалы раствор һиптерергә һәм кибергә ҡалдырырға. Был ысул бинаны ҡабат үңәҙләнеүҙән һаҡлай.