+30 °С
Болотло


Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар араһында 100 балл йыйыусы тәүгеләр билдәле булды.
26 майҙа үткән география, әҙәбиәт, химия фәндәренән 20 уҡыусы БДИ-ын 100 балға биргән. Улар араһында Борай ауылының 2-се гимназияһын тамамлаған Луиза Хәлил ҡыҙы Тажетдинова ла бар. Ул химия буйынса иң юғары баһаға өлгәшкән. Уҡытыусыһы - Әнисә Илдар ҡыҙы Мортазина.
Ғөмүмән алғанда, ул көндә химиянан Бүздәк, Дүртөйлө, Иглин, Бишбүләк, Шишмә, Борай, Бәләбәй райондарынан, Өфө, Сибай, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 19 уҡыусы 100 балл йыйған.