Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь , 11:16

Башҡортостан Ҡытайҙа үҙ вәкиллеген асырға йыйына

Башҡортостан Хөкүмәте Ҡытайҙа Рәсәй Федерацияһы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы республика вәкиле офисын асырға ниәтләй.

Башҡортостан Ҡытайҙа үҙ вәкиллеген асырға йыйына
Башҡортостан Ҡытайҙа үҙ вәкиллеген асырға йыйына

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков Ҡытай Халыҡ Республикаһының илдәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Чжан Ханьхуэй менән осрашыуҙа һөйләне.

«Башҡортостан менән Ҡытай хеҙмәттәшлеге бөгөн һис ҡасан булмағанса мөһим. 2021 йылда ү-ҙ-ара тауар әйләнеше 985,7 миллион доллар тәшкил иткән, шуға ҡарамаҫтан, башҡа йүнәлештәрҙе лә үҫтерәбеҙ. Мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте сағыу миҫал тип атарға мөмкин, республикабыҙҙа Ҡытайҙан 150 студент уҡый».

Хәҙерге донъяуи шарттарҙа республикаға күберәк ҡорамал һәм запас частар талап ителә, шуға яңы иҡтисади сылбырҙар булдырыу, инвестициялар йәлеп итеү һәм яңы партнерҙар эҙләү өсөн Башҡортостан хеҙмәткәрҙәрҙе Ҡытайға ебәрә, тип билдәләне Греков.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, яңыструктураны бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин етәкләргә мөмкин.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостан Ҡытайҙа үҙ вәкиллеген асырға йыйына
Башҡортостан Ҡытайҙа үҙ вәкиллеген асырға йыйына
Автор:Гумерова Л
Читайте нас в