Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь , 06:18

Урман янғындарына ҡаршы көрәш дауам итә

Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү тураһында иҫтә тоторға тейеш, сөнки статистика буйынса, янғындарҙың күпселегенә кеше ғәйепле.

Урман янғындарына ҡаршы көрәш дауам итә
Урман янғындарына ҡаршы көрәш дауам итә

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ведомствоһындағы учреждениелар хеҙмәткәрҙәре урмандарҙы янғындан һаҡлауға әҙерләүҙе дауам итә.

Белгестәр уттың таралыуына юл ҡуймаған минераллаштырылған һыҙаттар булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. Минераллаштырылған һыҙаттарҙы булдырыу һәм тәрбиәләү буйынса саралар 2714 километрға үтәлгән. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн Башҡортостан урмансылары "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә алынған махсус техниканы файҙалана.

Бынан тыш, янғынға ҡаршы 209 стенд һәм аншлаг ҡуйылған, уларҙа кешеләрҙең урманда үҙен тотоу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт һәм Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәте менән бәйләнеш өсөн мәғлүмәт урынлаштырылған.

– Республика урмандарында йыл һайын янғынға ҡаршы әҙерлек эштәре алып барыла. Урмандарҙа янғын сығыуға юл ҡуймау өсөн бөтә шарттар булдырыу һәм килеп тыуған хәүефтәргә мөмкин тиклем тиҙ арала иғтибар итеү беҙҙең төп бурыс булып тора, – тип билдәләне урманды һаҡлау бүлеге начальнигы Динил Әхмәтов. – Шуның менән бергә Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү тураһында иҫтә тоторға тейеш, сөнки статистика буйынса, янғындарҙың күпселегенә кеше ғәйепле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.

 #национальныепроекты#нацпроекты
Фото: 7info.ru

https://bashgazet.ru

 

Урман янғындарына ҡаршы көрәш дауам итә
Урман янғындарына ҡаршы көрәш дауам итә
Автор:
Читайте нас в