Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь , 09:26

Матурлыҡ серҙәре

Желатиндан ябай ғына битлектәр рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Матурлыҡ серҙәре
Матурлыҡ серҙәре

Составында коллаген булғанлыҡтан, желатин тәү сиратта тирене йәшәртеп ебәрә. Шуға ла уны ҡатын-ҡыҙ яратып ҡуллана.

Битлектәрҙең рецебы ябай.

1. Бер таблетка активлаштырылған күмер, бер балғалаҡ желатин, бер ҡалаҡ һыу алабыҙ. Ошо өс ингредиент һалынған стаканды ҡайнап торған һыулы һауытҡа ҡуябыҙ ("һыу мунсаһы"). Ҡатнашма иреп, шыма масса булғансы болғатып һыуҙа тотабыҙ. Унан алып, һыуынғас, биткә яғабыҙ. Егерме минуттан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

2. Битлекте һөт ҡушып та яһарға була. Ике балғалаҡ һөткә бер балғалаҡ желатин һалып, ошо стаканды шулай уҡ ҡайнап торған һыулы һауыт эсендә тотабыҙ. Ирегәс, бер аҙ һыуытып, биткә һөртәбеҙ. Тирегеҙ туҡлыҡлы матдәләр менән байып, сафланып, ваҡ йыйырсыҡтар яҙылып китер.

https://bashgazet.ru

Матурлыҡ серҙәре
Матурлыҡ серҙәре
Автор:
Читайте нас в