Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь , 07:05

Подаграны дауалауҙа һөҙөмтәле сара

Подагра  матдәләр алмашыныуына бәйле барлыҡҡа килгән системалы ауырыу.   Халыҡ медицинаһы был ауырыуҙы  дегенәк менән дауалауҙың бер нисә ысулын тәҡдим итә. 

Подаграны дауалауҙа һөҙөмтәле сара
Подаграны дауалауҙа һөҙөмтәле сара
  1. Ике ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған тамырына  өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Һуңынан утҡа ҡуйып,  биш минут ҡайнатырға.  Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр  йылы килеш яртышар стакан эсергә.
  2. Быуындар подаграһынан ярты литр ваҡланған япрағына ярты литр бал һәм шул уҡ күләмдә  араҡы ҡушып, яҡшы итеп бутарға.  Ошо ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан  алда берәр ҡалаҡ ҡабырға.  Уны һалҡын һәм ҡараңғы урында (һыуытҡыста түгел) һаҡларға кәрәк.
  3. Аяҡта подагра булғанда, дегәнәктән компресс ябырға мөмкин.  Бының өсөн бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына бер стакан һыу ҡойоп, 10 минут тирәһе ҡайнатырға  һәм 40 минут самаһы төнәтергә.  Марляны бер нисә ҡат итеп  ҡатлап,  төнәтмәгә манып алырға һәм ауыртҡан аяҡҡа ябырға.   Өҫтөнән йылы әйбер менән уратып ҡуйырға онотмағыҙ.   Һәр ҡулланғандан һуң марляны яҡшы итеп йыуырға йә алмаштырырға кәңәш ителә. Дауаланыу курсы – бер ай
  4. ye102.ru
Подаграны дауалауҙа һөҙөмтәле сара
Подаграны дауалауҙа һөҙөмтәле сара
Автор:
Читайте нас в