Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь , 09:30

Бәшмәк йыям, тиһәң,,,

Быйылғы ямғырлы йәйҙә бәшмәк күп. Уны яратыусылар тиҙерәк йыйырға ашыға, сөнки был ризыҡтың файҙаһы ҙур, унда холестерин бөтөнләй юҡ, үҙе аҡһымға, В1, В2, Д витаминдарына, калий, селен, антиоксиданттарға бай.

Бәшмәк йыям, тиһәң,,,
Бәшмәк йыям, тиһәң,,,

Бәшмәк йыйғанда үтә лә һаҡ булырға кәрәк. Ашарға яраҡлыһын ағыулыһынан айыра беләбеҙ тип уйлаһағыҙ ҙа, ныҡлы тикшерегеҙ, тәжрибәле белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Артыҡ өлгөрөп серей башлаған, ҡарт йәки киреһенсә үтә сей, йәш бәшмәктәргә ҡыҙыҡмағыҙ, юл буйында үҫкәндәрен дә өҙмәү хәйерлерәк. Пластмасс, ҡалай һауыттарҙа бәшмәк тиҙ боҙола, үрелгән кәрзин иң ҡулайы. Шик тыуҙырған, ағыулы бәшмәккә ҡағылмағыҙ. Яраҡлылығын тикшереү маҡсатында сей килеш тәмләп ҡарамағыҙ. Йыйған уңышты алып ҡайтҡас та, яҡшылап йыуығыҙ, уларҙы, ғәҙәттә, 1-2 сәғәт таҙа һыуҙа тоталар, аҙаҡ тоҙло һыуҙа 30-ар минут 3 тапҡыр бешерәләр.

Эшкәртелмәгән бәшмәктәрҙе һыуытҡыста йәки һалҡынса урында бер нисә сәғәт кенә һаҡларға ярай. Ямғырлы һәм дымлы көндәрҙә улар айырыуса тиҙ боҙола.

Ялан шарттарында бәшмәк ашамағыҙ, сөнки ағыуланыу ҡурҡынысы ҙур.

Бәшмәк – эсәктә ауыр үҙ-ләштерелеүсе аҙыҡ. Шуға күрә уны ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатын-ҡыҙҙарға, һигеҙ йәше тул-маған балаларға ашатыу тыйыла (ҡасан һәм нисек әҙерләнеүгә ҡарамаҫтан).

Ағыуланыуҙың тәүге билдәләре: ашағандан һуң бер сәғәттән күңел болғана, эс ауырта, ҡоҫтора, эс китә; баш ауырта, тән температураһы күтәрелә; хәлһеҙлек һиҙелә, тән тартыша; һаташыу һәм галлюцинация күҙәтелә. Ярҙам күрһәтеү: - тәү сиратта ағыуланыусыны түшәккә һалырға, ашығыс ярҙам ; врач килгәнсе ваҡ йотомдар менән ҡайнаған һыу эсерергә; яһалма ҡоҫтороп ҡарарға;

kungak.ru

 

Бәшмәк йыям, тиһәң,,,
Бәшмәк йыям, тиһәң,,,
Автор:
Читайте нас в