Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2022, 08:02

Ҡалдыҡтарҙан да баҡыр етештерергә мөмкин

Йылына 20 мең тонна баҡыр етештереү ҡеүәтенә эйә булған яңы комплекс һауаны бысратмаған заман технологиялары нигеҙендә эшләйәсәк.

Ҡалдыҡтарҙан да баҡыр етештерергә мөмкин
Ҡалдыҡтарҙан да баҡыр етештерергә мөмкин

Петербург ҡалаһында уҙған халыҡ-ара иҡтисади форумда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «IRON CONCENTRATE COMPANY»  Ҡаҙағстан  предприятиеһы араһында инвестицион ниәттәр тураһында килешеү төҙөлдө. Катодлы баҡыр етештереү тураһындағы килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм «IRON CONCENTRATE COMPANY» компанияһының күҙәтеү советы рәйесе Павел Нечипоренко ҡул ҡуйҙы.

Сибай тау-байыҡтырыу комбинатында табылған тау тоҡомдарынан һәм карьер һыуҙарында катодлы баҡыр етештереү буйынса производство ойоштороу тураһындағы пландар 3 июндә үк Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында Сибай ҡалаһында үткән «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында тикшерелгәйне.

Андрей Назаров билдәләүенсә, «IRON CONCENTRATE COMPANY» менән килешеү ҡала экологияһы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, сөнки баҡыр етештереү өсөн сеймал сифатында ташландыҡ тоҡомдарҙы һәм урындағы карьерҙағы һыуҙы эшкәртәсәктәр. Инвесторҙар баһалауынса, унда 240 мең тоннаға тиклем баҡыр булыуы ихтимал.

 - Инвестиция проектының хаҡы яҡынса 13,4 миллиард һум тәшкил итә. 180 эш урыны булдырыу күҙаллана. Йылына 20 мең тонна баҡыр етештереү ҡеүәтенә эйә булған яңы комплекс һауаны бысратмаған заман технологиялары нигеҙендә эшләйәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр.

«IRON CONCENTRATE COMPANY»  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2011 йылдың 16 авгусында ойошторолған. Уның ойоштороусыһы - Ҡаҙағстан. Компания эшмәкәрлегенең төп төрҙәре булып суйын, ҡорос һәм ферроиретмәләр етештереү һәм ер аҫты ысулы менән тимер мәғдәнен сығарыу тора. Ҡаҙағстанда компания техноген минералдарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә, тимер мәғдәне концентраттарын, төҫлө һәм ҡиммәтле металдар етештереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашыра. Продукцияһы, Ҡаҙаҡстандан тыш, Рәсәйгә, Башҡортостанға, Ҡытайға оҙатыла.

Фото: pravitelstvorb.ru

https://bashgazet.ru

Ҡалдыҡтарҙан да баҡыр етештерергә мөмкин
Ҡалдыҡтарҙан да баҡыр етештерергә мөмкин
Автор:
Читайте нас: