Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь , 07:32

Иран менән хеҙмәттәшлек нығый

Башҡортостан вәкилдәре Иранда булып ҡайтты.

Иран менән хеҙмәттәшлек нығый
Иран менән хеҙмәттәшлек нығый

13 – 16 майҙа Иран Ислам Республикаһына Башҡортостандың бизнес-миссияһы булды. Сәфәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Иран Ислам Республикаһы вице-президенты Сорена Саттари менән һөйләшеүҙәре һөҙөмтәһендә ҡылынды. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков етәкселек иткән делегацияға сәнәғәт предприятиелары, нефть һәм газ комплексы компаниялары вәкилдәре инде.

Республика делегацияһы Тегерандағы Iran Oil Show нефть һәм газ сәнәғәте күргәҙмәһендә ҡатнашты, мөһим һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Һөҙөмтәлә Ирандың Tappico нефть һәм газ холдингы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса ниәттәр тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды. Өфө дәүләт нефть техник университетында Ирандың нефть технологик университеты уҡытыусылары һәм студенттары белемен камиллаштырасаҡ.

“Ирандағы коллегалар сәнәғәт предприятиеларының дөйөм базаһын төҙөргә тәҡдим итте, берлектәге предприятиелар асыу буйынса варианттар әҙерләргә килештек. Бының өсөн берлектәге эш төркөмөн төҙөйбөҙ, – тине Сергей Греков. – Рәсәйҙең Ирандағы илсеһе һәм сауҙа вәкиле менән осрашыуҙарҙан һуң Рәсәйҙең Ирандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан Республикаһы вәкиллеген асырға кәрәк тигән уртаҡ фекергә килдек”.

Сәфәр аҙағында Башҡортостан предприятиелары үҙҙәренең ҡеүәте менән таныштырҙы. Иран вәкилдәре Башҡортостан сеймалына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Фото: Республика Хөкүмәте.

https://bashgazet.ru

Иран менән хеҙмәттәшлек нығый
Иран менән хеҙмәттәшлек нығый
Автор:
Читайте нас в