

Ошо уңайына 9 июлдә «Первушин» биләмәһендә ҙур авиабайрам ойошторола.
Был көндә пилоттар яңғыҙ һәм төркөмлө пилотаж программалары күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышы осороноң данлыҡлы По-2 самолеты сығышы сараның сағыу биҙәге булмаҡсы.
Шулай уҡ авиатехника күргәҙмәһе, Башҡортостан һәм Белоруссия йондоҙҙары ҡатнашлығында концерттар була.
Бынан тыш, фестиваль ҡунаҡтары араһында осоштар, велосипедтар, гаджеттар һәм башҡа бик күп бүләктәр уйнатыла. Һатыуҙан килгән аҡса үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.
Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана һәм киске 8-ҙә тамамлана. Инеү ирекле. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн «Көньяҡ автовокзал — Первушин» маршрутында пассажирҙар ташыу ойошторола.