Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
5 Июль 2022, 15:20

Батыр малай

Июнь айында 12 йәшлек Радмир Хөснөтдинов ике кешене - батып барған атай менән улды ҡотҡарғайны.

Батыр малайБатыр малай
Батыр малай

Был хәл тураһында яҙылғайны инде.  Ғафури районында һыу инеп йөрөгән 2-се класс уҡыусыһы һыуға бата башлай. Быны күреп ҡалған 12 йәшлек Радмир ярҙам итергә тип йүгерә, тик балаһын ҡотҡарырға тип килгән атаһын күреп туҡтай. Әммә ҡото осҡан малай атаһына йәбешә һәм уға йөҙөргә ирек бирмәй, батыра башлай. Был саҡта инде Радмир юғалып ҡалмай, үҙенең өрөп тултырмалы ҡотҡарыу түңәрәген ташлай һәм унда йәбешкән малай менән атайҙы ярға сығара. Шулай ҡыйыу малай бер юлы ике кешенең ғүмерен ҡотҡара.

Һуңғараҡ уның Стәрлетамаҡта йәшәгән 12 йәшлек Радмир Хөснөтдинов булыуы асыҡлана. Малай алтынсы класта уҡый, йөҙөргә ярата. Бөгөн иһә уға был батырлығы өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов рәхмәт хаты һәм самокат бүләк иткән. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙә яҙған.

“Батырҙарса эш итеү, ғәҙәттә, өлкәндәргә хас, ләкин балалар ҡаһарманлыҡ ҡылһа, был айырыуса ҡәҙерле. Тимәк, улар үҙ иленең, йәшәгән еренең патриоттары, лайыҡлы кешеләре булып үҫә. Бөгөн шундай кеше менән танышыуыма, уның ҡулын ҡыҫыуыма бик шатмын. Ул - ҡалабыҙҙа йәшәгән Радмир Хөснөтдинов.

Радмирға 12 йәш, ул 6-сы гимназияның 6-сы класында уҡый. 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә йөҙөү буйынса секцияға йөрөй. Бәлки, тап ошо мауығыу Радмирға тиҙ генә хәлде аңларға һәм ике кешене һыуҙа ҡотҡарырға ярҙам иткәндер.

Фото: Рөстәм Ғәзизовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе. 

https://bashgazet.ru

Батыр малай
Батыр малай
Автор:
Читайте нас